+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Май 2021, 15:30

Еңеү яҙы килде еремә!

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы районда киң билдәләп үтелде. Байрам алдынан һәр ауылда тип әйтерлек Еңеү көнөнә бағышлап тантаналы саралар уҙғарылды. 9 Май көндө йәше-ҡарты Красноусолдағы Мәжит Ғафури майҙанында уҙғарылған тантаналы митингыға йыйылып, Билдәһеҙ һалдат һәйкәлен асыуҙа ҡатнаштылар, тулҡынланып хәрби техника парадын ҡаранылар, байрам концерты ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.

Иртән иртүк һуғыш йылдарына бағышланған хәрби-патриотик рухтағы йырҙар яңғырауы барса кешене байрамға әйҙәп торҙо. Был көндө майҙанға халыҡ күп йыйылғайны, сөнки ата-бабаларыбыҙ ҡан ҡойоп, тылдағылар әсе күҙ йәше аша яулап алынған Еңеү барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле һәм яҡын булыуын һәр кем яҡшы аңлай.
Ваҡыт ағымы уҙа барған һайын, ветерандар сафы ла һирәгәйә. Бөгөнгө көндә ра-йонда яу юлы үткән дүрт яугир ғына иҫән. Был байрамда хөрмәтле ветерандарҙы улар йәшәгән фатир-йорттары эргәһенә барып ҡотлау ойошторолғайны. Вилдан Шәрипов, Рамазан Хөснөтдинов, Ниғмәтйән Салауатов, Ғәбдрәхим Садиҡовты оло байрам менән ҡотларға ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары, полковник Фәйруз Арыҫлан улы Ғимаҙиев, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова һәм башҡалар барҙы. Йорттары алдына балалары, туғандары менән сығып ултырған ветерандарҙы Фәнзил Фәйез улы ҡотлап, һаулыҡ, именлек, оҙон ғүмер теләне. 9 Май көнөндә яугирҙар өсөн был сара бик матур бүләк булды. Уларға бүләктәр, сәскә гөлләмәләре тапшырылды, артистарыбыҙ йыр-моң бүләк итте.
Тантанала район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы, отставкалағы 2-се ранг капитаны Владимир Герасимов хәрбиҙәрсә теүәллек менән рапорт тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Гимндары яңғырай. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелеп, ул байрамда ҡатнашыусыларға ныҡлы сәләмәтлек, илебеҙгә именлек-тыныслыҡ теләне. Шулай уҡ тантаналы шарттарҙа үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индергәне, Билдәһеҙ һалдат һәйкәлен ҡуйыуҙа ҡатнашҡаны һәм ярҙамы өсөн Константин Сергеевич Ипатовҡа, Роберт Әнүәр улы Йосоповҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һуңынан батырҙар рухы бер минут тын ҡалып иҫкә алынды.
Билдәһеҙ һалдат һәйкәле ҡуйылған Геройҙар аллеяһы Рәсәйҙең хәрби-тарихи йәмғиәте, Ғафури районы хакимиәте тарафынан реконструкцияланып башҡарылған. Исеме билдәһеҙ булһа ла, ил алдындағы батырлығы, хәрби ҡаһарманлығын халҡыбыҙ һаман да күңел һандығында ҡәҙерләп һаҡлауын күрһәтеп торасаҡ.
Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы, полковник Фәйруз Ғимаҙиев та үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова үҙ сығышында барыһын да байрам менән ҡотланы һәм һәр саҡ оло быуын кешеләренә ихтирам, хөрмәт күрһәтергә бурыслы булыуыбыҙҙы әйтеп үтте. Һуңынан район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы менән Фәйруз Арыҫлан улы тарафынан Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә эленгән аҡ япма төшөрөлөп, һәйкәлде асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, Геройҙар аллеяһына һәм Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалынды. Күкте ярып автомат залпы яңғыраны. Был яугирҙарға мәңгелек дан, хөрмәт йөҙөнән башҡарылды.
Тантаналы митингынан һуң сәхнә янындағы майҙанда хәрби техника парадын байрамға йыйылған халыҡ мауығып ҡараны. Иң тәүҙә Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә эйәрле аттарҙа уны кәүҙәләндергән төркөм сыҡҡас, барыһы ла тулҡынландырғыс тамашаны тынһыҙ ҡалып ҡараны. Артабан парадты хәрби кейемдәге водителдәр: Олег Марков, Павел Петров, Дмитрий Матвеев, Владимир Петров, Владимир Мозер мотоциклдарҙа да-уам итте. Уларҙан һуң пушкалы “УАЗ” машинаһында Максим Видинеев, башҡа төрлө “УАЗ” машиналарында Георгий Алексеев, Алексей Алексеенко, Марсель Сәғиҙуллин, “ГАЗ-69”-ҙа Алексей Калачигов үтте. Райондың барлыҡ ауыл биләмәләренән дә машиналар килгәйне. Байрам сараһын алып барыусылар һәр ауыл биләмәһенән күпме кеше һуғышҡа киткән, күпмеһе Еңеү менән ҡайтҡанын, нисәүһе яуҙа ятып ҡалғаны тураһында мәғлүмәт бирә барҙы. Ауылдарҙан килгән машиналар араһында Брест ҡәлғәһе, Ленинград, Сталинград, Мәскәү һаҡсыларына, Ворошилов атыусыларына, партизандарға, хәрби медик-тарға, хәрби элемтәселәргә, ашнаҡсыларға арналғандары булды.
Сәхнәлә байрам концерты башланды. “Эксклюзив”, “Быҙыбыт”, “Төлкәҫ”, "Айгүзәл" өлгөлө хореографик коллективтарҙың, Закир Ишмырҙиндың “Ветеран” бейеүе, Миләүшә Йомағолованың шиғыр һөйләүе, “Землячки” халыҡ хорының ветерандар, “Усолочка”, Аҡкүл ауыл мәҙәниәт йортоноң, район мәҙәниәт һарайының вокал ансамблдәре сығышы, “Перевал” инструменталь ансамбленә ҡушылып Анжела Рәхмәтуллинаның, Марс Хәйруллиндың, Ҡадир Ишбулдиндың йырлауы күтәренке кәйеф бүләк итте. Дәртле бейеүҙәр, күңелде күтәрерлек йырҙарҙан майҙансыҡ гөрләп торҙо.
Теләгәндәр Ауырғазы күп профилле колледжының Красно-усол филиалы студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре ялан кухняһында бешергән тәмле бутҡанан ауыҙ итеп, тамаҡ ялғаны.
Кисен ошо уҡ майҙанда йәштәр өсөн байрам концерты һәм дискотека булды, сәғәт 11-ҙә байрам салюты бирелде.

Читайте нас: