“Ҡышҡы йәйғор” үҙенең маҡсатына иреште, сөнки кемдәрҙер ҡобайырҙар ижад итеп, уға тәрән мәғәнә һалды; изгелекккә, яҡты тормошҡа, тәртипкә өндәп тылсымлы әкиәттәр яҙҙы; кемдер үҙ тыуған-яғын, йылға-тауҙарын данланы; кемдер үҙенең нәҫел-тамырҙарын өйрәнеп, шиғри формала үҙе менән таныштырҙы; йәш хәбәрсе булып ауылдарының һәм районда исемдәре билдәле шәхестәрҙең тормошо, ижады тураһында һөйләне.
Баһалама ағзалары, районыбыҙ сәсәниәләре Рәмзиә Монасипова, Лилиә Миниязова, Рима Рафиҡова һәм Халыҡ сәсәниәһе Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина ҙур эш башҡарҙылар. Ижади эштәрҙең барыһы ла яҡшы булды, урындар билдәләүе еңелдән булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Ҡышҡы йәйғор” бәйгеһендә һәр кем үҙенең лайыҡлы урынын тапты, бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡалманы. Бөтә номинация ҡатнашыусылары ла ике төркөмгә – башланғыс һәм өлкән синыф уҡыусыларына - бүлеп баһаланды. Жюри ағзалары бер тауыштан бәйгенең Гран-приһына биш номинацияла ла уңышлы ижад иткән Иҙрисова Линара лайыҡ булыуын билдәләнеләр.
- Бары теле менән кеше көслө,
Шуны, дуҫым, бер ҙә онотма.
Үҙ телеңдә оялмайса һөйләш,
Тамырыңды, зинһар, ҡоротма!- тип яҙған Айгөл Рәхимованың киләсәктә телде генә түгел, илен дә яҡларлыҡ шәхес булырына ышанаһың, “Башҡорт ҡыҙы булыуыма икһеҙ-сикһеҙ шатланам, ”- тип таныштырған Розалия Мәмәтҡолова ла маҡтауға лайыҡ.
Минең дә бит бар хаҡым.”- тип ҡыйыу фекер йөрөткән Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова һәм “Бала ҡайғыһы килмәһен, Иң яманы - шул булыр,”- тип яҡшыны ямандан айырырға өйрәткән Әлфинә Ҡотлозамановалар булғанда балалар ижады сәскә атыр, улар күңеленә туған телебеҙҙә сәселгән орлоҡтар ваҡыты еткәс, шытым бирмәй ҡалмаҫ, тигән ышаныс белдерҙе Лилиә Миниязова .
- Мин һеҙҙең киләсәктә ҡәләм оҫталары булыуығыҙға ышанам. Олоғайғас та күктә йәйғор күрһәгеҙ, “Ҡышҡы йәйғор” хаҡында, ошо бәйгелә ҡатнашыуығыҙ хаҡында балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә үҙ телебеҙҙә, башҡорт телендә, рәхәтләнеп иҫтәлектәр һөйләрһегеҙ, тип ышанам. Беҙ быуындар бәйләнешен һеҙгә тапшырабыҙ,- тип тамамланы Халыҡ сәсәниәһе Алтынбикә үҙенең сығышын бәйгенең йомғаҡлау сараһында. 28 апрелдә Красноусол башҡорт гимназияһының концерт залында үткән был сараға гимназия директоры Гөлсөм Монасипова рөхсәт бирһә, Саима Игелекова сценарий төҙөп, уҡыусыларҙың йырлы сығыштары менән аралаштырып, алып барҙы.
Бәйгене ойоштороусылар исеменән Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина уҡыусыларҙы бәйгегә алып килеүсе башҡорт теле һәм башланғыс класс уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә, әсәй- өләсәйҙәргә, гимназия коллективына оло рәхмәтен әйтте.” Ҡулдарығыҙға алған ҡәләмде кире һалмағыҙ, балалар, ҡәләмегеҙ яҙған һайын ослана, үткерләнә барһын. “Ҡышҡы йәйғор”ҙо тағы ла төрлө төҫтәрҙә балҡытығыҙ. Телебеҙҙең, еребеҙҙең, илебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек! “- тип хушлашты ошо бәйгене башлап ебәреүсе Алтынбикә.
Баһалама ағзаһы Лилиә Миниязова.