-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Май 2021, 10:30

«Сәләмәтлек поезы» - Үзбәк ауылында

Башҡортостанда өсөнсө тапҡырға башланған “Сәләмәтлек поезы” акцияһы беҙҙең районда халыҡты ҡабул итә. 4 – 5 майҙа табиптар Үзбәк ауылында эшләне.

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр менән берлектә ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ, йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Табиптарға күренергә теләүселәр, улар араһында күрше ауылдар халҡы ла бар, алдан уҡ килеп торғандар. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова әйтеүенсә, ул көндө табиптар ярайһы күп кешене ҡабул итеп өлгөргәндәр. Бигерәк тә кардиологҡа күренергә теләүселәр күп булған. Биләмәнең башҡа ауылдарынан барырға теләүселәргә транспорт менән ярҙам иттек. Ҡабул итеүҙәрҙә халыҡ ҡәнәғәт ҡалды. Сөнки ауылдан ситкә сығып юғары квалификациялы табиптарҙа медицина тикшереүе үтергә күптәрҙең мөмкинселеге юҡ, -тине Миңнира Сәғит ҡыҙы.
Красноусол үҙәк район дауаханаһының ойоштороу-методик бүлек мөдире Ирек Зиннур улы Фәйзуллин әйтеүенсә, районда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан күсмә флюорограф, маммограф һәм “Сәләмәтлек үҙәге”, Өфөнөң республика кардиология үҙәгенең кардиомодуле, Красноусол үҙәк район дауаханаһының күсмә ФАП-ы халыҡты хеҙмәтләндерә. 6 көн эсендә бөтәһе 332 кеше флюорография, 248 кеше маммография, 59 кеше ҡан тамырҙары һәм йөрәккә ультратауыш тикшереүе уҙған, Сәләмәтлек үҙәге табиптары - 210, Өфө кардиологтары 205 кешене ҡабул иткән. Үҙәк район дауаханаһы һәм ауыл табиплыҡ амбулаторияларынан 15 табип 411 пациентты ҡараған. Улар араһында терапевт Г.М.Дауытова, педиатр И.Ф.Мәҡсүтов, Л.Р.Шәрәфетдинова, хирург М.С.Байгилдин, травматолог Р.М.Ғәлиәхмәтов, неврологтар А.З.Сөләймәнов, Р.М.Хәбибуллина, кардиолог А.Ә.Сәйфуллина, дөйөм практика табибы Р.К.Хәсәнов һәм башҡалар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән.
Читайте нас: