+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Май 2021, 09:50

Иң яҡшы почтальондар бүләкләнде

Кисә, 17 майҙа Ғафури районы хакимиәте Ғафури мәғлүмәт үҙәге менән берлектә иғлан иткән "Ғафури районының иң яҡшы почтальоны - 2020" район конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр Талбазы почта бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, "Табын" һәм "Звезда" район гәзиттәренә иң күп кеше яҙҙырған почтальондар араһында билдәләнде. Шулай итеп, "Подписка оҫтаһы" исеменә һәм 1-се урынға Сәйетбаба почта бүлексәһе почтальоны Зөлфиә Ғәләүетдинова, 2-се урынға - Гөлнара Сәғитова (Еҙем-Ҡаран), 3-сө урындарға - Гөлдәр Фәхриева (Сәйетбаба) һәм Римма Зәйнуллина (Бурлы) лайыҡ булды. Почтальондарға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Эштәрендә уңыштар, ғаиләләренә именлек, һаулыҡ, артабан да гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!
Читайте нас: