-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Май 2021, 09:25

Тарих бында һаҡлана

Йәшәйешебеҙ бер урында ғына тормай: бөгөнгө тормошобоҙ ҙа ҡасандыр тарих төпкөлөндә тороп ҡаласаҡ. Тарихты шәхес, кешеләр булдыра, тигән ҡанатлы һүҙ ҙә бар. Эйе, кеше ғүмере мәңгелек түгел, йыш ҡына улар үҙҙәре менән бик ҡиммәтле тарихи факттарҙы алып китә. Музейҙар ана шундай киләсәк өсөн әһәмиәтле тарихи мәғлүмәттәрҙе туп-лау, һаҡлау хеҙмәтен үтәй. Музейҙар тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә: үткәнеңде белмәй тороп, киләсәкте төҙөү мөмкин түгел, үткәнең менән ғорурланмайынса, киләсәккә ышаныслы аҙым да яһап булмай.

Бынан утыҙ йыл элек Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бурлы, Сәйетбаба урта мәктәптәрендә генә музейҙар эшләп килһә, хәҙер һәр мәктәптә тиерлек музейҙар ойошторола. Беҙҙең Ҡормантау мәктәбендә музей 1998 йылда, яңы мәктәп бинаһы менән бергә асылды, ә экспонаттар унан байтаҡ алда туплана башлаған ине. Музей мәктәптең үҙенсәлекле атрибуты булып тора, тарих, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, туған тел дәрестәре йыш ҡына унда үтә, килгән ҡунаҡтар ҙа тәүҙә музей менән таныша. Тәьҫораттар китабында төрлө йылдарҙа мәғариф министрҙары булып эшләгән һәм башҡа оло ҡунаҡтарҙың рәхмәт һүҙҙәре теркәлгән.
Музейҙа 400-ҙән ашыу экспонат төрлө бүлектәргә тупланған: иң боронғо көнкүреш әйберҙәре, игенселек ҡоралдары (ҡул тирмәне, һуҡа һ.б.), этнография (был бүлек иң ҙуры), нумизматика (1702 йылдан башлап аҡсалар тупланған), ауылыбыҙҙың революцияға тиклемге тормошо, Граждандар һуғышы йылдары, Бөйөк Ватан һуғышы осоро, колхоз тарихы (бында хеҙмәт алдынғылары хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәттәр тупланған, уларға тотош экспозиция бағышланған) тураһында айырым материалдар бар. Тағы ла “Хәтирәләр” тигән бүлек бар, унда ҡулъяҙма баҫмалар, гәзиттән киҫеп алынған мәҡәләләр йыйылған, бигерәк тә заманында “Ҡормантау” колхозын етәкләгән Шәйәкбәр Шәйбәк улы, утыҙ алты йыл мәктәп директоры вазифаһында эшләгән Әнүәр Шәйәкбәр улы Вәлиевтарға ҡағылышлы материалдарҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Мәктәбебеҙ тарихына арналған ҙур ғына экспозиция ла бар. Күренекле кешеләр булып киткән элекке уҡыусыларҙың фотоларынан стенд эшләнелде. Боронғо татар йорто итеп йыһазландырылған мөйөш беҙҙең ғорурлыҡ булып тора. Ауылыбыҙ аҡһаҡалдары һөйләгәндәрен аудио һәм видеотаҫмаларға яҙып алдыҡ. Бурлы ауылында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповҡа, шулай уҡ ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән ауылдаштарға арналған стенд булдырылған.
Музей советы ла уңышлы эшләп килде, уға мин үҙем етәкселек иттем. Шуныһы ҡыуаныслы: мәктәптә уҡытыусылар, уҡыусылар араһында ла, ауылдаштарымдан да ярҙамсыларым күп булды. Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәһем килә: әгәр уҡыусыларыбыҙ үҫеп етеп таралышҡас та, тыуған төйәген, туған мәктәбен онотмай, яҡташтары, ауылдаштары менән ғорурлана икән, тимәк, музей үҙ бурысын үтәй.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
Ҡормантау ауылы.
Читайте нас: