+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Май 2021, 11:00

Ашланған, уталған ер уңыш бирә

“ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һында ярауай культуралар сәсеүҙе теүәлләп, көҙҙән сәселгән 400 гектар майҙанды биләгән ужым бойҙайын химик утауға төшкәндәр.

Хужалыҡта иртә яҙғы бөртөклө культураларҙан арпа - 270, ярауай бойҙай 255 гектарҙы биләһә, һуң өлгөргәндәрҙән - ҡарабойҙай (35 га), техник культуралар – көнбағыш (370 га), шәкәр сөгөлдөрө (320 га), ҡуҙаҡлыларҙан – борсаҡ (100 га), сурепица (100 га) һәм баллы культуралар – 20 гектарҙа фасцелия һәм донник (30 га).
- Барлыҡ орлоҡ та нигеҙҙә үҙебеҙҙеке, сифатлы, - ти хужалыҡ етәксеһе Геннадий Михайлович. – Арпа “Саша” сортлы, ярауай бойҙай – “Урал-Себер”, икеһе лә 1-се репродукциялы, көнбағыш – “Пионер-10”, “татлы тамыр” – “Волга”, ҡарабойҙай “Светлана” сортлы. Сурепица орлоғо (элиталы) Омскиҙан һатып алынды. Сәсеүлек майҙандарының һәр гектарына 150 килограмм иҫәбенән ашлама индерелде. Әлеге мәлдә ужым бойҙайына химик утау үткәрелә, сиратта - шәкәр сөгөлдөрө. Был эштә бығаса сәсеүгә орлоҡ әҙерләгән Алексей Тахтаров мәшғүл булды. Иген культураларын Василий менән Андрей Беляевтар, көнбағышты – Дмитрий Пастухов, шәкәр сөгөлдөрөн Максим Тахтаров сәсте. Баҫыуҙарҙы Евгений Дашков культивацияланы, ҡеүәтле “К-700” тракторында Нияз Хәкимов дым ҡаплатыу эшен башҡарҙы. Көнбағыш сәсеүлектәрен дискатор менән Андрей Беляев эшкәртһә, Радик Хажимөхәмәтов катокланы. Сәсеү агрегаттарын орлоҡ менән водителдәр Алик Ғатауллин менән Валерий Мәҡсүтов өҙлөкһөҙ тәьмин итеп торҙо. Орлоҡ ағыулауҙа Ринат Кокорин, ә Владимир Шестаков менән Максим Павлов ашлама һәм орлоҡ ташыуҙа мәшғүл булды . Бына ошолай аҙ ғына булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамлауға өлгәшелде. Механизаторҙарҙың һәр ҡайһыһы маҡтауға лайыҡ, ваҡыт менән иҫәпләшеп торманылар, сәскәндә һәр минут ҡәҙерле булыуын иҫтә тотоп эшләнеләр, - ти ул. – Иң мөһиме, орлоҡтар дымлы тупраҡҡа ятты, ҡыҙыу көндәр башланғансы сәсеү тамамланды.
Ашнаҡсылар Әсмә Мостаева менән Гөлдәр Аралбаева ла механизаторҙарҙы тәмле аштары менән һыйлап, яҙғы баҫыу эштәренән башлап уңышты келәттәргә һалғансы улар менән бергәләр. Һәр йәһәттән уңыштар һеҙгә, баҫыу эшсәндәре.

Читайте нас: