+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Май 2021, 14:15

Коллектив менән “Табын”ға

Бөтә коллектив менән район гәзитенә яҙылған, матбуғат менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән коллективты беҙҙең шарт буйынса, гәзит битендә яҡтыртырға һүҙ биргәйнек. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, тигәндәй, коллектив менән гәзиткә яҙылып, беренсе ярты йыллыҡта еңеүсе тип табылған Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә юл тоттоҡ.

1939 йылдан ғына урта мәктәп булып һаналһа ла, тарихы бик бай һәм боронғо Бурлы мәктәбенең. Элек-электән бай тәжрибә баҡсаһы, уҡытыусылары, яҡшы уҡыған уҡыусылары менән дан тотҡан мәктәптә беҙҙе шат йылмайып ҡаршы алдылар. Хәҙер мәктәп исемлегендә булмаһа ла, “Сифат тирмәне”, “Изгелек шишмәһе” ЯСЙ-е хеҙмәткәрҙәре һаналып, мәктәпте гөл итеп тотҡан техник эшселәр ҙә гәзиткә һәр саҡ яҙылып, даими алдырыуҙарын әйтеп үттеләр. Эйе, һәр ерҙәге таҙалыҡ, балҡып ултырған гөлдәр бында матур күңелле, ихлас кешеләр эшләүен күрһәтеп тора ла инде.
Мәктәп коридорына ҡуйылған бөтә ҡаҙаныштар, уңыштар билдәләре Бурлы белем усағының бар тырышлыҡтары хаҡында һөйләй. Бурлы мәктәбен 80 йыл эсендә 2700 кеше тамамлап, ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы уҡыуҙағы уңыштары өсөн миҙалға лайыҡ булған. Әлеге көндә Бурлы мәктәбе Ҡормантау (9 бала), Яугилде (21), Березовка (10) ауылдары һәм балалар баҡсаһы өсөн база мәктәбе булып тора.
Абруйлы мәктәптә бөгөнгө көндә директор йөгөн Руслан Урал улы Тоҡомбәтов тарта. Бурлы мәктәбендә бөтәһе 223 бала уҡый. Беренсе класҡа үткән йылда 17 бала килгән. 7-се кластар иң күп балалар булған класс иҫәпләнеп, бында 30 бала белем ала. Балаларға 14 юғары, 9-ы беренсе категорияға эйә булған уҡытыусы, бер тәрбиәсе белем һәм тәрбиә бирә. Барлығы 49 хеҙмәткәр иҫәпләнеп, дүртәүһе бәләкәс балалары менән әле ялда. Рима Кәримова, Айгөл Солтанморатова “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Фәнзилә Биктимерова, Рәфидә Булатова Рәсәй Федерацияһының, Рима Кәримова, Ләйсән Хәлилова, Рәфидә Булатова, Айгөл Тоҡомбәтова, Светлана Абдуллина, Әлиә Ғәлиәхмәтова, Айгөл Солтанморатова Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгәндәр. Бурлы мәктәбе уҡыусылары йыл һайын олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спартакиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар алып киләләр.
- Беҙҙең мәктәптә музей бар. Уҡытыусылар балаларҙы төрлө йүнәлешле шөғөлдәргә лә өйрәтәләр. Мәҫәлән, уҡыусылар талдан төрлө әйберҙәр үрергә өйрәнәләр. Уҡытыусылар ҙа “Йыл уҡытыусыһы” кеүек конкурстарҙа теләп ҡатнашалар. Мәктәбебеҙгә 2020 йылдың 7 декабрендә Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исеме бирелде. Был исем менән “Табын” гәзитенән беренсе Маҡтау грамотаһы алыуыбыҙ, - тип һөйләп үтте Руслан Урал улы.
Тәнәфес ваҡытында уҡытыусылар коллективы дәррәү йыйылғанда Маҡтау ҡағыҙыбыҙҙы тапшырып, улар дәрескә таралмаҫ элек тип фотоға ла төшөп өлгөрөргә тырыштыҡ. Ә инде ҡыңғырау шылтырауға үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусылар коллективы кемуҙарҙан уҡыусыларҙы белем тауына әйҙәргә кластарға таралышты. Берҙәм, тырыш, матбуғат саралары менән тығыҙ бәйләнештә булған коллективҡа рәхмәт әйтеп, беҙ ҙә ҡайтыр яҡҡа ыңғайланыҡ.
Бурлы мәктәбе коллективына һәр саҡ, һәр ерҙә беренсе булып ҡалыуҙарын, бар йәһәттән уңыштар теләп ҡалабыҙ. “Табын” күңелегеҙҙе, эшегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе йәмләп торһон.
Читайте нас: