+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Май 2021, 11:10

“Һәр ваҡыт әҙер!"

19 Май – Пионерия көнө булып тора. Ошо көндә Мәжит Ғафури исемендәге майҙанында Красноусолдың 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәре һәм башҡорт гимназия-интернатының дүртенсе, бишенсе класс уҡыусыларын пионерға алыу тантанаһы үтте.

Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе балаларҙың берҙәм барабан һуғыуҙары был сараға тулҡынландырғыс йәм өҫтәне. Тантаналы сарала муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, пионерия ветерандары һәм башҡалар ҡатнашты.
Тантаналы саранан һуң, галстук бәйләгән йәш пионерҙар үҙҙәрен ғорур тотоп, шат йылмайып таралышты.
Читайте нас: