+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Май 2021, 09:25

Йәйге ялды нисек боҙмаҫҡа?

Йәй – ялдар осоро. Ял миҙгеле алдынан һалым органдары мөлкәт һалымдары буйынса бурысың юҡлығын алдан уҡ тикшереп ҡуйырға кәңәш итә. Түләп бөтөлмәгән бирәсәк уны түләттереү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә нигеҙ булып тора.

Йәй – ялдар осоро. Ял миҙгеле алдынан һалым органдары мөлкәт һалымдары буйынса бурысың юҡлығын алдан уҡ тикшереп ҡуйырға кәңәш итә. Түләп бөтөлмәгән бирәсәк уны түләттереү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә нигеҙ булып тора.
Бурысты суд тәртибендә түләттереү сығымдарҙы һиҙелерлек арттыра, сөнки был осраҡта бурыслыға недоимка менән һәр һуңлатылған көн өсөн өҫтәп хисапланыла барған пеняны ғына түгел, ә дәүләт пошлинаһы һәм башҡарыу йыйымын да түләргә тура киләсәк. Өҫтәп аҡса сығармауҙың берҙән-бер юлы – бирәсәкте суд акты сығарылғансы түләп ҡуйыу.
Башҡарыу производствоһы сиктәрендә суд приставтары бирәсәкленең күсмәй торған милке һәм транспорт сараһына ҡарата теркәү эштәрен тыйырға, шулай уҡ мөлкәтен ҡулға алырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, түләттереүҙең иң йоғонтоло ҡоралдарының береһе – бурыслыларҙың Рәсәй Федерацияһы сиктәренән ситкә китеүен сикләү.
Бирәсәк тураһында мәғлүмәтте асыҡлау һәм уны түләп ҡуйыу ҡатмарлы түгел. Бының өсөн түләү документы алырға һалым органына, шулай уҡ кредит ойошмаһына (банк) барып йөрөү мотлаҡ түгел, түбәндәгеләрҙең береһенән файҙаланыу етә:
- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы (www/nalog.gov.ru) “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”йәки “Һалым һәм пошлиналарҙы түләү” сервисы аша;
- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша: www.fssp.gov.ru (әгәр бирәсәк түләттереү өсөн суд приставтарына тапшырылған булһа).
Бирәсәкте түләүгә квитанцияны шулай уҡ теләгән һалым органында йәки Күп функциялы үҙәктә алырға, теләгән банк йәки почта бүлексәһендә алырға мөмкин.
Бынан тыш һалым бирәсәктәрен яйға һалыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм Конетакт-үҙәге телефоны: 8-800-222-22-22 йәки Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Ҡыҙыу бәйләнешенә (347) 226-38-00 шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: