+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Май 2021, 10:10

“Ғафури Кулибиндары”

Быйыл Рәсәйҙә 32 йәшендә ҡатмарлылығы менән уникаль булған сәғәт эшләгән Иван Петрович Кулибиндың тыуыуына 286 йыл тула. Уның төрлө механизмды бер аппаратҡа һыйҙырып эшләгән мөғжизәле эшен барыһы ла һоҡланып ҡарағандар. Шунан бирле, яңы асыш эшләгән кешеләрҙе “кулибиндар” тип атап йөрөтә башлағандар.

Уйлап табыусылар, үҙгәртеп ҡороусылар, талантлы механиктар, һәүәҫкәр инженерҙар районыбыҙҙа ла аҙ түгел икән. Шуларҙың бер нисәүһен талантлы режиссер Елена Рябова район мәҙәниәт һарайына саҡырып, башҡаларҙы ла уларҙың эштәре менән таныштырыу маҡсатында матур сара уҙғарҙы. Килә алмаусы ҡайһы бер оҫталарҙың эштәрен тамашасылар видеоролик аша ҡараны.
Сара Н.Лесковтың “Һулаҡай” мульт-фильмынан өҙөк ҡарауҙан башланды. Һәр оҫтаға һүҙ бирелә барып, уларҙың эштәре менән яҡындан видеоэкран аша танышырға мөмкин булды.
Экранда Сәйетбаба ауылынан өйрәнсек-механик Марсель Ҡотлобаевтың осоусы аппарат уйлап табыуы тураһында күрһәтелде. Был “вертолетты” йыйыу һәм ҡороу өсөн уға 12 йыл сарыф итергә тура килгән. Егет был аппараттың 3-4 метр юғарылыҡҡа күтәрелеп оса алыуына өлгәшкән.
Районда төрлө әйберҙәр уйлап ҡороусылар араһында Бельский ауыл биләмәһенең Игенйылға ауылында йәшәүсе Рафаэль Вәлиев та бар. Ул 1946 йылда Яңғыҙҡайын мәктәбен, һуңынан Ишембай нефть техникумын тамамлап, ошо ҡалала эшләргә ҡала. Үҫмер сағынан уҡ нимәлер эшләп ҡарау һәләте була уның. Фотограф, төҙөүсе, инженер, баҡсасы ла ул. Армияла хеҙмәт иткән сағында был ҡыҙыҡһыныуын үҫтереп, фабрикала эшләгәндә был шөғөлөнә мөкиббән бирелә. Моторлы самокат, аҙаҡтан инвалид коляскаһынан машина – халыҡ теленсә “Шайтаночка” эшләй, тағы ла трактор йыя һәм башҡалар. Бер юлы фотоға төшөрөү, баҡсала эшләү шөғөлдәрен дә алып бара.
- Теләк булғанда барыһын да эшләп була, - тип кенә яуап бирҙе ҡыҙыҡһыныусыларға Рафаэль Вәлиев.
Эйе, ундай кешеләр күп һөйләргә яратмай, күпселек ҡул менән эшләп күрһәтергә генә әүәҫ булалар шул.
Әгәр ҙә һеҙ Эйфел башняһын күрергә теләһәгеҙ, бының өсөн күп сығымдар сығарып Парижға осоу ҙа кәрәкмәй. Усолкала йәшәүсе Редик Әбйәлиловтың 4 метр бейеклектәге башняһы үҙ биләмәһендә иркен урынлашҡан. Ул шулай уҡ иретеп йәбештереү оҫтаһы ла булып тора. Һөнәрмән эшләгән ҡапҡа, беседка, мангал һәм башҡа төр әйберҙәр күп яҡташтарының йорт тирәһендә урын тапҡан.
Бурлы ауылында йәшәүсе Наил Тимерғәле улы Шәрипов дүрт йәш самаһынан мини-трактор йыйыу менән шөғөлләнә. Хәҙер инде ул 10-сы тракторға йән өргән. Елена Рябова оҫтаның эшен һатып алырға теләүселәр ҙә, ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп булыуы тураһында һөйләп үтте. Бындай мини-трактор эшләү менән Мораҡ ауылында йәшәүсе Артем Владимирович Тимофеев та шөғөлләнә икән. Ул инде йорт тирәһендә, баҡсала ҡулланыу өсөн нимәләр генә эшләмәгән. Ҡар көрәгес, һепергес, ер һөрөү, бәрәңгене ултыртыу, күмеү, йыйып алыу ҡоролмаларын һәр кем ҡыҙыҡһынып видеоэкран аша ҡараны. Артем Тимофеевтың ҡатыны Екатерина әйтеүенсә: “Хәҙер бәрәңге нисек ултыртырға, күмергә, ҡаҙырға тип ҡайғырмайбыҙ, барыһын да иптәшем уйлап тапҡан механизм эшләй”.
Толпар ауылының үҫмер егете, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Иршат Шәйәхмәтов утын бысҡыһының моторы ярҙамында велосипедтан мопед эшләгән. Красноусолдан Тимофей Бочкаревҡа ла 17 йәш кенә әле. Тәүге эшен ул 9 йәштә уйлап тапҡан. Һуңынан сапбуфер (музыкаль колонка), тағы ла “Урал” утын бысҡыһының двигателенән велосипед килтереп сығарған. Хәҙер ҡатмарлыраҡ техника – өс тәгәрмәсле дриф-трейкты йыйыу менән шөғөлләнә. Атаһы Сергей һәр эштә уға ярҙам итеп, кәңәштәр биреп тороусы.
Артабанғы ҡатнашыусы – Павел Николаевич Петров районда барыһына ла автобус шоферы булараҡ таныш. Баҡтиһәң, ул мотоцикл һөнәрмәне лә икән. Үҫмер сағынан уҡ ошо шөғөл менән ҡыҙыҡһынып, балаларына, хәҙер ейәндәренә эстафетаны тапшырған. Был сараға ла ысын байкерҙар кеүек килеп, ҡыҙыҡлы телмәр тотто, һуңынан күргәҙмәгә алып килгән тритоциклы янына бик күп халыҡ йыйылып, һорау биреүселәр ҙә күп булды. Ул береһен дә яуапһыҙ ҡалдырманы, теләктәрен дә еткерҙе.
Түбәнге Ташбүкән ауылында йәшәүсе Ғәфүр Мәғәфүр улы Кәримовтың таланты икенсе яҡлы. Ул хеҙмәт итеүҙән туҡтаған ноутбукты смарт телевизор итеп үҙгәртеп эшләп, икенсе ғүмер биргән. Бында телевизор, видео, фотолар ҡарарға ла, шулай уҡ компьютерға тоташтырырға ла була. “Өйҙә 3 телевизор ине, хәҙер 4-әү булды. Был телевизор күберәк функция үтәгәс, күпселек ошоноң менән “аралашам”, - ти, Ғәфүр Кәримов Себерҙә булғанлыҡтан, уның эшен күргәҙмәгә килтергән тормош иптәше Роза.
Ә бына Һабай ауылынан Рәйес Рәфис улы Ғафаров менән Ҡыҙылъярҙан Ришат Рәйес улы Сәғитов утын ярыу ҡоролмаһы эшләгәндәр. Абдулла ауылынан Ришат Флүр улы Әбделмәнов – пресс-йыйғыс килтереп сығарған. Был турала уларҙың тормош иптәштәре Светлана Сәғитова һәм Фәйруза Әбделмәнова һөйләне.
Районда беҙ белмәгән әллә ниндәй оҫталар ҙа барҙыр әле. Рәсәй Президенты В.Путин иғлан иткән Фән һәм технологиялар йылында уларға ла үҙ эштәрен күрһәтергә мөмкинлек булыр, моғайын. Был сарала ҡатнашҡан барлыҡ оҫталарға ла Диплом һәм иҫтәлеккә “Ғафури Кулибины” тип яҙылған көрөшкә бүләк ителде. Шулай уҡ бәләкәй бейеүселәр: “Эксклюзив” өлгөлө хореографик коллективының “Сюрприз”, “Ромашка” төркөмдәре балалары бейеүе, Сергей Князевтың саксофонда уйнауы, үҙәк район дауаханаһының “Усолочка” вокал ансамбленең йыр башҡарыуы барыһының күңеленә хуш килде.
Сараға килеүселәр ғафуриҙар араһында оҫталар күплегенә инандылар. Бәләкәй залда ҡуйылған ҡул эштәрен ҡарап та хайран ҡалдылар. Киләсәктә лә ҡулығыҙҙың ҡотон ебәрмәй, шулай тормошҡа йән өрөп, йәм биреп йәшәгеҙ, “Ғафури Кулибиндары”!
Читайте нас: