-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Май 2021, 18:55

Аҡ күңелле бит ул аҡташтар!

Бейек тау итәгендә һуҙылып ҡына аҡҡан Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан минең тыуған, шунда уйнап үҫкән ауылым Аҡташ. Йылға-тауыбыҙға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Бәләкәй генә ауылымдың кешеләре егәрле, бик матур итеп тормош көтәләр. Мин ауылдаштарым хаҡында һөйләйәсәкмен.

Аҡташ ауылы халҡы: ағайҙар, апайҙар, еңгәләр, егеттәр, ҡыҙҙар, килендәр һәр шәмбе һайын өмәләр ойошторҙолар. Ойоштороусыһы булып ауыл старостаһы Мөхәмәт Иҙрисов һәм ауыл депутаты Илнура Иҙрисова торҙо. Ауылдаштарымдың береһе лә ситтә ҡалманы, барыһы ла ҡатнашты. 1 Майҙа ир-егеттәр зыяратты таҙартып, ҡоймаларын йүнәттеләр. Ә ҡатын-ҡыҙҙар, мулла Ғәфәр ағай, абыстай Лира еңгә, малайҙары Әлфир һәм Айтуған мәсеттең эргә-тирәһен, урамын йыйыштырҙылар. Һуңынан мәсет эсендә лә матурлыҡ булдырҙылар. Кистән иһә барыһы ла төрлө ризыҡтар бешереп килтереп, ифтар доғалары уҡып, ауыҙ астылар. Уны ауыл имамы Ғәфәр ағай Зәйнуллин уҡыны. Әйткәндәй, ул әле дини уҡыу йортонда белем ала, ҡатыны Лира абыстай уҡып, дипломға эйә булды.
Изге йорт - мәсет ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан. Ҡауарҙы ауыл советы ауыл биләмәһенең элекке башлығы Азат Әбелғужин менән Ҡауарҙы ауылының арҙаҡлы шәхесе Фәнил Мәжитов был мәсетте 2005 йылда Аҡташ ауылы егете Хәниф Ҡәнзәфәров иҫтәлегенә төҙөттөләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Азат Рәжәп улы гүр эйәһе булды, ауыр тупрағы еңел булһын. 2014 йылдың апрелендә Лира менән Ғәфәр Зәйнуллиндар халыҡты йыйып, мәсетте тантаналы шарттарҙа астылар һәм ҡарап-тәрбиәләп тоталар. Үҙ ишектәрен асып, эшләй башлауына ла 7 йыл үтеп киткән. Аллаға шөкөр, иман нуры сәсеп ултыра, йома һайын Ҡөрьән аяттары уҡыла. Лира абыстай теләге булғандарға ғәрәп хәрефтәрен танырға, уҡырға, яҙырға өйрәтә. Артабан да мәсетебеҙ эшләп торһон, уңыштар теләйем.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.
Читайте нас: