+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Май 2021, 15:10

Исеме үҙгәрһә лә Эшмәкәрлектәре үҙгәрешһеҙ ҡала

21 майҙа Техник инвентарлаштырыу бюроһы хеҙмәткәрҙәре БТИ үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан БР “Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентарлаштырыу” дәү-ләт бюджет учреждениеһы Стәрлетамаҡ филиалының Ғафури участкаһы начальнигы Илдар Зөфәр улы СӘҒӘҘИЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-Техник инвентарлаштырыу бюроһының барлыҡҡа килеү тарихына килгәндә, ул 1927 йылға барып тоташа һәм иҫәп бүлеге булараҡ эшләй башлай. Тап ошо йылдан дәүләт иҫәбе һәм техник инвентарлаштырыу системаһы үҙенең төп эшен – күсемһеҙ объекттарҙы йыйып, составы, техник торошо һәм хаҡы тураһындағы мәғлүмәтте актуаль торошта тотоу функцияһын үтәй башлай. 1933 йылда Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡарамағында торлаҡ төҙөлөшөн иҫәпкә ҡуйыу секторы барлыҡҡа килә. Уның филиалдары Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө ҡалаларында урынлаша. Ошо уҡ йылда республиканың торлаҡ фондының 30 процентын солғап алған торлаҡ төҙөлөшөнә техник инвентарлаштырыу уҙғарыла. 1934 йылда иҫәп бүлеге инвентарлаштырыу бюроһы итеп үҙгәртелә. Был ваҡытта инвентарлаштырыу үткәреүселәр йорт фондында һәм төрлө учреждение-ведомстволар биналарында бәләкәс кенә үҙгәрештәрҙе тулы күләмдә теркәүгә яуаплы булалар. Бюроға ер участкаларын иҫәпкә ҡуйыу бурысы ла йөкмәтелә.
Техник инвентарлаштырыу бюроһы тармағы 80-се йылдар аҙағынаса тотороҡло эшләп килә. Ул ваҡытта бөтөн күсемһеҙ милек дәүләт милкендә була. Совет власы йылдарында БТИ торлаҡ һәм торлаҡ булмаған күсемһеҙ милекте иҫәпкә ҡуйыу менән шөғөлләнә, нигеҙҙә ул торлаҡты ремонтлауға, эксплуатациялауға, шулай уҡ яңы төҙөлөшкә сығымдарҙы планлаштырыу өсөн кәрәк була.
90-сы йылдарҙа был тармаҡҡа күсемһеҙ милекте хосусилаштырыу һәм хоҡуҡты теркәү буйынса бурыстар йөкмәтелә. 1998 йылғаса БТИ теркәү таныҡлыҡтары бирә, һуңғараҡ был функция Росмөлкәткә (элекке Росреестр) тапшырыла. 1998 йылдан БТИ милеккә хоҡуҡты теркәү өсөн кәрәкле булған техник паспорттар әҙерләй башлай. 2007 йылда “Күсемһеҙ милек дәүләт кадастры тураһында” Федераль законға ярашлы, БТИ, Күсемһеҙ милек кадастры һәм дәүләт иҫәбе өлкәһендә ҙур күләмле реформа башлана. 2013 йылдың 1 ғинуарынан техник иҫәп кадастр иҫәпкә әүерелә.
2008 йылда учреждение “Башҡортостан Республикаһының Техник инвентарлаштырыу бюроһы” Дәүләт унитар предприятиеһы, 2017 йылдың февраленән ул Башҡортостан Республикаһы “Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентарлаштырыу” дәүләт бюджет учреждениеһы итеп үҙгәртелә.
Беҙҙең районда иһә БТИ учреждениеһы 50-се йылдарҙа Ишембай филиалы булараҡ барлыҡҡа килә. 1993 йылда Ишембайҙан Ғафури филиалы бүленеп, муниципаль учреждение барлыҡҡа килә, артабан республика ҡарамағына күсерелә. Хәҙер Стәрлетамаҡ филиалының Ғафури участкаһы булып эшмәкәрлек алып барабыҙ.
БТИ-ның тәүге етәксеһе Рифҡәт Зәки улы Әхтәмов була. Үҙемә килгәндә, 2009 йылда учреждениела эш башлап, 2014 йылдан етәксе вазифаһындамын. 2015 йылғаса участка техник паспорттар һәм пландар әҙерләй, белешмәләр бирә ине. 2016 йылдан ер ҡоролошо эшмәкәрлеге лә (межалау, межа планы, ер участкалары сиктәрен билдәләү) беҙгә йөкмәтелде.
Коллективҡа килгәндә, тиҫтәгә яҡын кеше эшләһәк, оптималләштереү һөҙөмтәһендә дүртәү генә ҡалдыҡ. Техниктар: Нәжибә Зәйнетдин ҡыҙы Оморҙаҡова иң ҙур – 23 йыл хеҙмәт стажына эйә, Азат Фәрит улы Солтанғолов, Павел Владимирович Максимов. Әйҙәүсе белгестәр Зилә Рауил ҡыҙы Фәйзуллина менән Николай Викторович Кандалов идаралыҡтың “Иң яҡшы техник” исемдәренә лайыҡ булды, һуңғыһы Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Рима Әхиәр ҡыҙы Шәрипова менән Гөлнара Зөфәр ҡыҙы Әхтәмова (башта техник булды) архив эшен алып барҙы. Водителдәр Ринат Закуан улы Байымов, Геннадий Николаевич Ильин эшләне. Алда әйткәнемсә, бөгөнгө көндә етәксенән, водителдән тыш, Нәжибә Зәйнетдин ҡыҙы менән Татьяна Михайловна техник бурыстарын үтәй. Әҙ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә еткерелгән айлыҡ пландарҙы үтәп киләбеҙ, хатта арттырып та. Айына бер техникҡа уртаса 35-40 техник план, техник паспорт, межа пландарын эшләргә тура килә.
Район БТИ хеҙмәткәрҙәрен һәм бында эшләп киткән хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ - Техник инвентарлаштырыу бюроһы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, шатлыҡтар, бәхет, оҙон ғүмер, байрам кәйефе теләйем.
Читайте нас: