Турнирҙы асыу тантанаһында Шамил Әхтәм улының игеҙәге Рәмил Әхтәм улы Латипов сығыш яһап, спортсыларға уңыштар теләне. Ауыл мәҙәниәт йорто артистары концерт номерҙары әҙерләгән.
Спорт сараһының иң мауыҡтырғыс өлөшө Еҙем-Ҡаран мәктәбенең волейбол майҙансығында барҙы. Турнирҙа Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Красноусол ауылы йәштәре, Юлыҡ ауылы һәм райондың волейболсы ветерандар йыйылма командалары ҡатнашты. Ярыш сәмле, ҡыҙыҡлы булды. Һөҙөмтәлә, дөйөм иҫәп буйынса райондың ветерандар йыйылма командаһы еңеүе менән тамамланды. Юлыҡтар – 2-се, Красноусол йәштәре 3-сө урынды яуланы. Бурлы йәштәренә 4-се урын бирелде, ә майҙан хужалары - еҙемҡарандарға 5-се урын менән сикләнергә тура килде.
Еңеүсе командалар район спорт комитеты әҙерләгән турнирҙың күсмә кубогы, миҙалдар менән бүләкләнде. Волейболсы-ветеран Илдар Вәлиев волейболсыларға номинацияларҙа приздар тапшырҙы. Еҙем-Ҡаран ауылының билдәле волейболсыһы Раил Йомағоловтың ғаиләһе спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы туҡландырыуҙы ойошторҙо. Әйткәндәй, Йомағоловтар - волейболсылар ғаиләһе. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ленар Сәйфуллин (Ш.Латиповтың уҡыусыһы) һәм волейбол буйынса тренер Вил Үтәғолов спорт сараһын уҙғарыуҙа ҙур тырышлыҡ һалған. Волейбол турнирында ҡатнашыусылар хәтер сараһын уҙғарыусыларға рәхмәтле булып, уны традицияға әүерелдереп, йыл да уҙғарырға тигән теләктә таралышты.