+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Май 2021, 09:35

Һыйынабыҙ һинең яныңа...

Ҡауарҙы ауылында Ирина һәм Әмирйән Дәүләтбаевтарҙың ишле ғаиләһендә тыуып-үҫеп, хәҙерге көндә Красноусол ауылында йәшәүсе Алира апайыбыҙ 21 май көнө үҙенең матур юбилейын ҡаршылай.

Атай менән инәй ҡосағында, бер ниндәй ауырлыҡтар күрмәй үҫкән саҡтар, вайымһыҙ бала саҡ, дәртле йәшлек әллә ҡайҙа ҡалған һымаҡ. Күмәкләшеп Алатауға еләккә, бесәнгә йөрөгән мәлдәр, урманда миндек әҙерләгән ваҡыттар, Еҙемгә һыу инергә йөрәгән мәлдәр һағындыра. Биш бала араһында иң олоһо булараҡ, һин, Алира апай, бәләкәйҙән ҡыйыу, яуаплы, егәрле, алсаҡ, беҙҙе үҙ артыңдан эйәртерҙәй, һәр эште лә еренә еткереп эшләүсән булдың. Һинең ошо сифаттарың тормошта үҙ урыныңды табырға ярҙам иткәндер.
Урта белем алып, һин әллә ҡайҙағы Мәсәғүт педагогия училищеһында белем алып, уны ҡыҙыл дипломға тамамланың. Үҙеңдең хеҙмәт юлыңды Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башланың. Ул ваҡытҡа 30 йыл булып та киткән. Артабан юғары белемде Стәрлетамаҡ педагогия институтында үҙ һөнәрең буйынса (мәктәпкәсә балаларға тәрбиә биреү) алдың. Барлыҡ алған белемеңде мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләүгә, балалар баҡсаһына бағышланың. 30 йыл хеҙмәт юлында тәрбиәсенән балалар баҡсаһы мөдиренә тиклем үҫтең. Был дәүер эсендә шифаханалағы “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына күп көс һалдың. Хәҙер инде 2011 йылдан Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы мөдире булып уңышлы эшләйһең. Һин абруйлы етәксе лә, хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡайғыртыусан мөдир ҙә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Барлыҡ туғандарың өсөн һин яратҡан апай, оло йәштәге инәйебеҙ өсөн ныҡлы терәк, Фәнил еҙнә өсөн һин тоғро тормош юлдашы. Кеше йәнле, ололарға ихтирамлы, кеселәргә кеселекле, яҡындарыңа ҡарата иғтибарлы булыуың һиңә барыһын да йәлеп итә. Күптәр һине хөрмәт итә, ә беҙ инде яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ.
Алдағы тормошоңда шундай уҡ булып ҡал. Һаулыҡ, уңыштар, ҡатын-ҡыҙ бәхете, күңел тыныслығы ташламаһын һине.
Тыуған көнөң менән
Теләйбеҙ теләк:
Оҙон ғүмер, апай, һиңә яҙһын,
Игелектәрең, изгелектәрең
Бәхет булып һиңә кире ҡайтһын.
Ҡотлау менән инәйең һәм барлыҡ туғандарың исеменән һеңлең Рәсимә.
(655)
Читайте нас: