Ғаилә байрамы көнөндә “Йәшлек” ял-мәҙәниәт паркында матур байрам сараһы үтте. Унда күптән түгел, бер ай элек кенә ғаилә ҡорған йәш һәм ҡулға-ҡул тотоношоп, иңде-иңгә терәп, татыулыҡта 50 йыл ғүмер кисергән ғаилә парҙары, шулай уҡ күмәк бала тәрбиәләгән, эшсән, спорт, иң күп китап уҡыусы ғаиләләр саҡырылғайны.
алып барыусы Елена Рябова кисәне асып, сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләне һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға бирҙе. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың һәм шәхсән үҙенең тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
- Ғаилә – ул һөйөү, изгелек сығанағы, бер-береңде ихтирам итеү, күңел тыныслығы. Районыбыҙ ғаиләләрендә рухи-мәҙәни ҡиммәттәр, быуындан-быуынға тапшырыла килгән изге йолалар һаҡлана. Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, шулай уҡ үҙҙәренең генә түгел, ғаиләләренә балалар алып тәрбиәләгән изге күңелле опекун ғаиләләргә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Иңгә-иң терәп 50, 60 йыл бергә йәшәүсе ғаиләләрҙе лә тәбрикләйбеҙ. Районыбыҙҙа йыл башынан 39 ғаилә пары никахтарын теркәне. Был йәш ғаиләләргә мөхәббәттә, тоғролоҡта, бәхеттә, үҙ-ара аңлашып йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Бөгөнгө көндә ра-йонда 60 йыл бергә йәшәүсе ғаилә пары өсәү булһа, 50 йыл ғүмер итеүсе ғаиләләр һаны – алтау. Ғаиләләрҙең барыһына ла иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхеткә төрөнөп, именлектә йәшәргә яҙһын,- тип изге теләктә ҡалды Гүзәл Байдәүләтова.
Красноусолдан “Йәш ғаилә” – ғаилә стаждары айҙан саҡ ҡына күберәк (4 апрелдә туйҙары булған) Виктория менән Илмир Әмирхановтар. Быйыл
бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын – алтын туйҙарын Красноусолда йәшәүсе Фәниә Усман ҡыҙы менән Ғәлимйән Ғәбиҙулла улы Ишбулдиндар, Людмила Борисовна менән Юрий Анатольевич Фокиндар билдәләгән. Еҙем-Ҡарандан дүрт балалы Алина Салауат ҡыҙы менән Илшат Марс улы Ямғуровтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе. Лидия Сергеевна һәм Вячеслав Ильич Елсуковтарҙың (баскетболсылар) спорт ғаиләһе, игеҙәктәр Антон менән Алёша – шахматсылар һәм бәләкәй Ксения. Флүрә Рәхмәтулла ҡыҙы һәм Фәнил Мансур улы Мәҡсүтовтарҙың эшсән ғаиләһе. Ҙур, татыу - 8 балалы Елена менән Павел Максимовтар ғаиләһе. Район китапханаһының иң күп китап уҡыусы - Рәйлә Сәхиулла ҡыҙы менән Ғәли Йәһүҙә улы Сәйғафаровтар ғаиләһе.
Кисә ҡунаҡтары - ғаиләләр бер-бер артлы сәхнә түрен биләне. 50 йыл бергә йәшәгән Ишбулдиндар һәм Фокиндарҙың ғаилә парҙары сәхнәгә саҡырылды. ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина барыһын да тәбрикләп, алтын юбилярҙарға БР Башлығының Ҡотлау хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Ишбулдиндар - хеҙмәт ветерандары. Фәниә Усман ҡыҙы 45 йыл хеҙмәт стажына эйә, үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу, БР-ҙың, РФ-ның Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Ғәлимйән Ғәбиҙулла улының хеҙмәт стажы - 43 йыл, "Имәндәш ауыл советының почетлы гражданины" исемен йөрөтә. Фокиндар - класташтар, бер-береһен 1-се кластан белгәндәр, дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелеп, өйләнешкәндәр. Юрий Анатольевич - хәрби кеше. Отставкаға сыҡҡас, тыуған - Красноусолға ҡайтып төпләнгәндәр, ике бала тәрбиәләп үҫтереп, биш ейәндең яратҡан олатай-өләсәһе лә.
Ә бына Еҙем-Ҡаранда йәшәүсе Алина менән Илшат Ямғуровтар Красноусолда төпләнергә ҡарар итеп, бында дәүләт ярҙамын файҙаланып, йорт һала. Был күркәм, татыу ғаиләлә Арина (10 йәш), Артур (8), Сабина (6), Эмилия (3) исемле береһенән-икенсеһе һылыу балалар үҫә, йәйҙең һуңғы айында бишенсе сабыйҙары - улдарына атай-әсәй булыу бәхетен кисерәсәктәр. Спортсы Елсуковтарҙың ғаиләһе яулаған төрлө кимәлдәге миҙалдары 200-гә яҡын. Шахматсы Антон менән Алёша районыбыҙ ғорурлығы булып тора. Иң күп китап уҡыусы ирле-ҡатынлы Сәйғафаровтар пенсияға сыҡҡас, китап уҡырға тотоналар. Улар иҫәбендә үҙәк район китапханаһында уҡылған китаптар һаны - 600-гә яҡын. “Иң эшсән” – Мәҡсүтовтар ғаиләһе 35 йыл татыулыҡта ғүмер итә, йорт хужаһы Фәнил Мансур улы - “Тепловодоснабжение” МУП-ында водитель, 40 йыл хеҙмәт стажлы, Флүрә Рәхмәтулла ҡыҙы - балалар участка шәфҡәт туташы, хеҙмәт стажы - 38 йыл, ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, өс ейәнсәрҙәре, бер ейәндәре бар. Максимовтар ғаиләһе: икеһенең дә тормош юлдаштары мәрхүм булғас, өсәр балаларын: Елена - улдары Марат, Ринат, ҡыҙы Рау-шанияны, ә Павел улдары Александр, Андрей, Павелды тулы ғаиләлә йәшәтеү уйы осраштырып ҡауыштыра. Ике ғаиләне берләштерергә үҙҙәрендә көс табып, өйләнешеп, яҙмыштарын бер бөтөн иткәс, Максимовтарҙың ишле һәм татыу ғаиләһендә уртаҡ балалары – улдары Сережа менән Кирилл донъяға килә.
Ғаилә байрамында һәр ҡайһыһы үҙенсә күркәм, үҙенсәлекле ғаиләләр тәбрикләнде, бүләктәр, сәскә гөлләмәләре алып ҡыуанды. Тантана барышында кисә сараһы хужалары хөрмәтенә “Эксклюзив” балалар өлгөлө бейеү коллективы сығыштары, Гөлсөм Ғәлиуллинаның, Артур Ямғуровтың йырҙары яңғыраны.
Ғаиләләр ныҡлы, тулы, ғаилә усағы йылы булһын, бер-берегеҙ менән аңлашып, татыулыҡта, бәхеткә төрөнөп йәшәгеҙ, тигән теләктә ҡалды байрам кисәһен уҙғарыусылар.