Вәли өлкән бала булараҡ әсәһенең ҙур ярҙамсыһы була. Бәләкәйҙән бөтә эштәрҙе башҡара. Буй еткәс өйләнә. Тик оҙаҡ бергә йәшәй алмайҙар. Ҡатыны ике балаһы менән ҡалдырып донъя ҡуя. Икенсегә Ҡолҡан ауылынан Зәғифә исемле ҡатынға өйләнә. Уларҙың өс балалары тыуа. Олатайым тәүгеләрҙән булып бер нисә ғаилә менән колхозға берләшеп, Ҡылтауғайын тигән ергә күсеп ултыралар. Көн-төн ат менән баҫыу эшкәртәләр. Бәләкәстәре Әсҡәт тыуғас Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Олатайымды ла фронтҡа оҙаталар. Тәүҙә улар Алкинола әҙерлек үтә. Өләсәйем, аҙыҡ-түлек алып бара торғайныҡ, тип һөйләй ине. Һуңынан Идрица уҡсылар дивизияһы составында һуғыштың алғы һыҙығына эләгә. Фашистар менән батырҙарса алыша, ҡаты яралана.
Олатайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. “Нимәһен һөйләйһең уның, һуғыш арыу нәмә түгел инде”, - тиер ине, һорай башлаһаң. Шулай ҙа Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн миҙалы бар ине. “Немец ярапланын ПТР-ҙан атып төшөрҙөм”, - тип һөйләгәне иҫтә. Уның өсөн алған премияһын ғаиләһенә һала.
Ул һуғыштан 1946 йылда ғына ҡайтып төшә. Әсҡәткә инде ул ваҡытта алты йәш була, атаһын танымай ҙа. Олатайҙың ҡорһағында, ҡулбашында ҙур яралары була. Ҡайтыу менән колхоз эшенә егелә. Баҡса үҫтерә, күпләп бал ҡорттары үрсетә. Уның баҡсаһын халыҡта әле лә Вәли баҡсаһы, Вәли ҡойоһо тип йөрөтәләр.
Һуғыш юлы үткән ҡәҙерле олатайым өләсәйем менән матур тормош юлы үтеп, ҡартайып, 84 йәшендә балалары тәрбиәһендә вафат булды. Беҙ, уның ейәндәре, ейәнсәрҙәре олатайыбыҙ рухына тап төшөрмәй, уның юлын дауам итәбеҙ. Йыл да уның портреты менән “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашабыҙ. Рәхмәт һиңә, Вәли олатай, беҙ һине онотмайбыҙ!
Ейәнсәре Лилиә КИЛМӨХӘМӘТОВА.