+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Май 2021, 13:45

Спортсылар - ярышып, көйәрмәндәр тамаша ҡылып кинәнде

Еңеү көнө айҡанлы уҙған ярыштар ысын спорт байрамына әйләнде

9 Майҙа Еңеү байрамына арналған спорт саралары Красноусолда дәррәү үтте. Йүгереү, футбол, волейбол, баскетбол буйынса көслөләр билдәләнде был көндө.
Еңеүҙең 76 йыллығына, шулай уҡ Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылына арналған йүгереү эстафетаһында ғына 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Үҙ шәп йүгереүселәрен күп мәктәптәр килтергәйне. Шулар араһынан Красноусолдың дүрт мәктәбе – 1-се, 2-се, 3-сө һәм башҡорт гимназия-интернаты вәкилдәре күпселекте тәшкил итте. Йыл да уҙғарылып килгән “Звезда” гәзите призына еңел атлетика эстафетаһында Аҡкүл, Сәйетбаба, Табын, Яңғыҙҡайын, Ҡарағай, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Юлыҡ төп белем биреү мәктәптәре әүҙем ҡатнашты. Игенйылға, Имәндәш, Йөҙимән, Мораҡ, Үзбәк мәктәптәренең бәләкәй класс уҡыусылары ла үҙ командалары менән килгән ине.
Йүгереү эстафетаһында - был сәмле һәм барыһының иғтибарын йәлеп иткән ярышта - ойошма һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре лә үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар иҫәбендә Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы, үҙәк район дауаханаһы, “ГИП-Электро” һәм Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ине. Шулай уҡ йүгереү спортына битараф булмағандар, физкультура уҡытыусылары, спорт ветерандары ҡатнашты. Уларҙы Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре оҙата барҙы.
Старт башҡорт гимназия-интернаты алдынан бирелеп, ҡулдарына эстафета таяҡсалары тотҡан 18 команда йүгереүселәре трасса буйлап алға ынтылды. Улар бер-береһенә таяҡсаларҙы тапшыра барып, Ҡыҙыл партизан урамы буйлап, Красноусолдың көнбайышына табан юл алды. Беренсе 100 метрлыҡта өлкән класс уҡыусылары ойошма-предприятие, Красноусол ауыл биләмәһе вәкилдәре менән сәмләшеп уҙышып, һуңынан өсөнсө, дүртенсе этапта эстафета таяҡтарын тапшыра барҙы. Бер иш аҡ футболка кейгән 1-се мәктәп уҡыусылары башҡаларҙы апаруҡ артта ҡалдырып, ярышта ла беренсе булып торҙолар. Финиш һыҙығы Коммунистик урамында, колледж алдында ине. Һөҙөмтәләрҙе етди судьялар ентекле теркәй барҙы. Ә эстафетала ҡатнашыусыларҙы бүләкләү 2-се мәктәп алдында булды. Бында еңеүселәрҙе тантаналы шарттарҙа район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәксеһе Ленар Сәйфуллин тәбрикләп, кубоктар, грамота һәм миҙалдар тапшырҙы.
Шулай итеп, эстафетала дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Красноусолдағы 1-се мәктәп – беренсе, 2-се мәктәп – икенсе, Бурлылар өсөнсө урынға лайыҡ булдылар. Ә 3-сө мәктәп һәм Сәйетбабаның сәмле йүгеректәренә артабанғы урындар менән сикләнергә тура килде. Төп белем биреү мәктәптәре араһында имәндәштәр – өсөнсө, Курорт – икенсе, ә почетлы беренсе урынды йөҙимәндәр алды. Иң шәп йүгереүсәләр айырым билдәләнде. Ойошма һәм предприятиелар араһында һан буйынса Красноусол ауыл биләмәһе, “Гип-Электро”, үҙәк район дауаханаһы, колледж килә. Эстафетала ҡатнашыусыларға йүгеректәрҙе күҙәтеүсе тамашасылар ҙа әйтеп бөткөһөҙ алға ынтылыш, сәм бүләк итте.
Красноусол ял үҙәгенең спорт майҙансығында үткән баскетбол буйынса турнир ҙа ҡыҙыу төҫ алған ине. Ирҙәр төркөмөндә беренсе урынды УГНТУ-1, икенсене – УГНТУ-2, өсөнсөнө “Усолка” командалары яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ветерандар – беренсе, 1-се мәктәп – икенсе, 3-сө мәктәп өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Мәктәп командалары араһында аҡкүлдәр – беренсе, Курорт – икенсе булһа, үҫмерҙәр араһында Красноусол мәктәбе иң шәбе тип танылды. 2-се мәктәп - икенсе, Курорт мәктәбе өсөнсө урындарҙы яуланы.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үткән волейбол ярышы ла сәмле барҙы. Бында бурлылар ал бирмәне, уларға беренсе урын булһа, икенсе-өсөнсө урындарҙы Красноусол командалары алды.
“Йәшлек” паркында Еңеү кубогы өсөн барған футбол уйыны ла ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы. Красноусолдың “Эстудианте” һәм “Барс” командалары ҡунаҡ Табын һәм сәйетбаба командары менән тупты бер яҡ баштан икенсеһенә күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә тибеп йөрөткәндән һуң, Сәйетбабалар беренсе урынға сыҡтылар, икенсе урын - табындарға, өсөнсө “Эстудианте” командаһына бирелде. Был уйын да үҙ тамашасыларын берсә ҡысҡыртты, көйҙөрҙө, шатландырҙы, төрлө һүрәткә керетте.
Еңеү көнөндә барған спорт ярыштары уңышлы һәм сәмле үтте.
Читайте нас: