+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Май 2021, 17:45

Һау бул, мәктәп!

Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа ул һуңғы ҡыңғырау байрамы. Һуңғы ҡыңғырау уҡыу йылы бөтөүен генә түгел, ә юғары класс уҡыусыларына бала саҡтың тамамланыуын, үҙ аллы тормош юлына баҫыу мәлен дә аңлата. 11 йыл элек ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп ишеген асып, беренсе класҡа уҡырға килгән балалар инде белем үрҙәренә үрләп, ҡанаттарын нығытҡан ҡош балаларылай зәңгәр киңлеккә ынтыла, үткер ҡараш, ышаныслы аҙымдар менән баҫып торалар.

22 майҙа райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте. Районыбыҙ мәктәптәрен быйыл 11-се класты - 142, 9-сыны 382 уҡыусы тамамлай. Һуңғы ҡыңғырау асыҡ һауала, бар хәүефһеҙлек сараларын күҙ уңында тотоп үткәрелде.
Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатын быйыл 31 уҡыусы тамамлаясаҡ. Тантаналы сараны асып, гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова сығарылыш класс уҡыусыларына изге теләктәрен еткерҙе, уҡыу йылы һуҙымындағы уңыштарын бәйән итте.
- Әле ҡасан ғына мәктәп тупһаһын аша атлап ингән инегеҙ, оҙон тойолған мәктәп йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Һеҙ тырышып уҡынығыҙ, сәхнәләрҙән төшмәнегеҙ, һәр берегеҙ үҙ һәләтен күрһәтте, таланты менән әсир итте. Киләсәктә лә ошо матур сифаттарығыҙҙы юғалтмай, ысын кеше булып ҡалығыҙ. Мәктәптә алған белемегеҙ һеҙгә киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләргә, тормош юлынан ышаныслы атларға ярҙам итһен, - тип һүҙен тамамланы Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова гимназис-тар алдында сығыш яһап, изге теләктәрен сығарылыш класс уҡыусыларына еткерҙе.
Һуңғы ҡыңғырау Красноусолдағы 1-се мәктәпте тамамлаусы 30 11-се класс уҡыусыһы өсөн дә сыңланы. Бында тантаналы сараға өс – 1, 9, 11-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр килгәйне. Оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ 11-селәрҙе мәктәп директоры Г.В.Петрова, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр ҡотланы, үҙ фатихаларын бирҙе. Красноусол ауыл биләмәһе башлығы А.К.Ващенко сығыш яһап, барыһына ла аҡ юл теләне.
Белем усаҡтарының икеһендә лә 9-сы кластар 11-селәргә ал таҫма таҡҡас, сығарылыш класс уҡыусылары туған белем усаҡтарына, уҡытыусы, тәрбиәселәренә, әсәй-атайҙарына рәхмәт әйтеп, сәскәләр бүләк итте, вальста әйләнделәр. Күңелде һағышҡа сорнаған, киләсәккә аҡ өмөттәр уятҡан еҙ ҡыңғырау яңғыраны.
Сығарылыш класс уҡыусыларын алда башланмаған, әлегә билдәһеҙ, хыял ғына булған, әммә яҡты киләсәкле, өмөткә тулы, бай оҙон тормош юлы көтә. Киләсәгегеҙ өмөтлө, аҙымдарығыҙ изге булһын, сығарылыш класс уҡыусылары!
Читайте нас: