+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Май 2021, 10:30

Ә һеҙ “Табын”ға яҙылдығыҙмы? Һеҙҙе бик күп ҡыҙыҡлы акциялар һәм матур приздар көтә

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу мәле етте. Алдағы ярты йыллыҡта ла гәзитебеҙ менән бергә булыр өсөн почта бүлексәләренә ашығығыҙ. Төрлө акция-конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоу мөмкинлегенән файҙаланып ҡалығыҙ!


2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” отошо дауам итә. Матур бүләктәр оторға теләһәгеҙ, гәзиткә яҙылған квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға: Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 33 адресына, йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса июнь аҙағында төп еңеүселәр билдәләнеп, улар мультиварка, елләткес, блендер һәм башҡа күп бүләктәр отасаҡ.
Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә “Мин “Табын”ға яҙылдым” флешмобы (еңеүселәр иң күп тауыштар һаны буйынса махсус ҡушымта ярҙамында билдәләнә, бүләккә - фен) үтәсәк.
Өлкәндәргә социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Бүләккә – “Табын” һәм “Ата-әсәйеңде гәзиткә яҙҙыр һәм бушлай ҡотлау бир” акциялары иғлан ителә. Унда ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар йәки социаль яҡтан әүҙем кешеләр ветерандарға һәм пенсионерҙарға гәзиткә яҙҙырыуҙы түләй, редакция подписканы адресатҡа тапшыра һәм был ваҡиғаны гәзит биттәрендә киң яҡтырта. Ата-әсәһенә гәзит яҙҙыртыусылар уларҙы “Табын” гәзитендә 50 процент ташлама менән ҡотлай (ҡотлау биргәндә подписка купонын күрһәтергә кәрәк) ала. Иғтибар! Ташлама гәзиткә ярты йылға яҙылғанда ғына бирелә.
Реклама биреүселәр өсөн “Бүләккә - подписка” акцияһы уҙа. 1 айға стандарт формалағы модулле реклама биреүсегә бүләк - 1 айға бушлай электрон подписка (редакцияла яҙҙырыла).
“Коллектив менән “Табын”ға” акцияһында коллективтың 50 йәки унан күберәк проценты гәзиткә яҙылһа, уларҙың эшмәкәрлеге йәки юбилярҙары тураһында мәҡәләләр гәзит битендә донъя күрәсәк.
20 кешене гәзиткә яҙҙыртҡан “Табын”дың дуҫтарына бушлай подписка буласаҡ, 30 кешене яҙҙыртһа – үҙе тураһында мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.
“Башҡортостан Респуб-ликаһы” Нәшриәт йорто быйыл да “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы иғлан итә. Ике баҫмаға яҙылып (уларҙың береһе “Табын” гәзите булыуы мөмкин!) квитанцияларҙы Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында телевизор, ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед уйнатыла. Еңеүселәрҙе билдәләү тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында 27 июлдә үтә. Квитанцияларҙың күсермәһен, исем-фамилия, бәйләнеш өсөн телефон яҙылған заявканы 15 июлгә тиклем “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортона (212-се кабинет) йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу 942 һум 66 тин, пенсионерҙарға – 896 һум 88 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 861 һум 06 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр редакция аша 732 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон вариантына 588 һумға яҙылырға мөмкин.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: