+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Май 2021, 14:25

Тормош һынауҙарына бирешмәй...

Яңғыҙҡайын ауылы ағинәйе Зәкиә Сәғиҙулла ҡыҙы Абдуллина ошо көндәрҙә 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Зәкиә әбей 1931 йылдың 8 ма-йында Туғай ауылында донъяға килә. 1955 йылда Яңғыҙҡайынға килен булып төшә. Урта мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй башлай. Тормош иптәше Рауил ағай Абдуллин менән дүрт балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Матур итеп, ауылдаштарын һоҡландырып донъя көтәләр. Балаларын да үҙҙәре кеүек тырыш, ныҡышмал, эшһөйәр итеп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1998 йылда Рауил ағай вафат була. Рауил ағай менән Зәкиә апайҙың балалары һәр береһе тормошта үҙ юлдарын тапты.

Оло улдары Ришат Рауил улы – Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, Стәрлетамаҡта 3-сө ҡала дауаханаһында баш табип вазифаһын башҡара. Күп наградалар менән бүләкләнгән. Ринат менән Риф Красноусол ауылында һәм Салауат ҡалаһында "ашығыс ярҙам" машинаһында водитель булып эшләйҙәр, кесе улдары Илдус әлеге ваҡытта Зәкиә әбей янында йәшәй. Улар күп итеп мал-тыуар аҫрап, йәшелсә-емеш үҫтереп, емертеп донъя көтөп йәшәйҙәр.
Зәкиә апай 90 йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, бик хәрәкәтсән, шаян һүҙле, тормош һынауҙарына бирешмәй йәшәп ята. Ул балаларына ла, күрше-тирә яҡтарына ла үрнәк булып, матур итеп йәшәй. Зәкиә апай! Оло юбилейығыҙ ҡотло булһын. Киләсәктә балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Яңғыҙҡайын ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте.
Читайте нас: