+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2021, 12:00

Килем килтереп һәм шатлыҡ бүләк итеп...

Беҙҙең ауыл хужалығы районын, шифахананан башҡа, эре предприятиелар булмағанлыҡтан, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтан башҡа баһалауы ҡыйын. Тап эшҡыуарҙар бөгөн ғафуриҙарға иң күп эш урындары тәҡдим итә, граждандарҙың һәм ауылдарҙың йәшәү кимәлен тәьмин итә, йәғни бөтөн районға социаль-иҡтисади файҙа килтерә.

2020 йыл аҙағына Ғафури районы буйынса Берҙәм дәүләт реестрында 589 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты булһа, бөгөн уларҙың һаны – 594, әлбиттә, үҫеш дауам итә.
2021 йыл башына 33 шәхси предприятие ҡайтанан барлыҡҡа килде. Ра-йонда кесе эшҡыуарлыҡта 3010 кеше (мәшғүлдәрҙең 48,11%!) мәшғүл.
Районыбыҙҙа эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ыңғай үҫеш күп йәһәттән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам муниципаль программаһы менән бәйле. Был программа сиктәрендә 2010-2020 йылдарҙа 180 эшҡыуар дөйөм суммаһы 28 млн. һумлыҡ субсидия алды.
2020 йылда программаға үҙгәрештәр индерелде һәм күрһәтелгән ярҙам саралары һаны ун дүрткә тиклем арттырылды. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән муниципаль бюджетта 700 мең һум һалынды, ә республика бюджетынан 3,5 млн. һум аҡса бүленде. Дөйөм – 4,2 млн. һум.
Быйыл дөйөм кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың 16 субъекты субсидия алды. Туғыҙ субсидия – бизнесты яңы башлаусыларға (1,7 млн. һумдан ашыу) - бирелде. Дүрт эшҡыуарға лизинг түләүҙәрен (1,8 млн. һум) ҡаплауға һәм өс эшҡыуарға ҡорамалдар һатып алыуға (600 мең һум) субсидия бүленде.
Шулай уҡ БР Ауыл хужалығы министрлығының районыбыҙға тос ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. “Ғаилә фермаһы” йүнәлеше буйынса бер еңеүсегә (3 млн. һум) һәм “Башлаусы фермер” йүнәлеше буйынса ике еңеүсегә (дөйөм суммаһы 6 млн. һум) грант бүленде.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам йәһәтенән район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тарафынан аҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Унда барлыҡ, шул иҫәптән районға инвестициялар йәлеп итеү кеүек һәм башҡа мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелә.
2020 йыл буйына ошондай 40 кәңәшмә үтеп, уларҙа 183 инвестиция проекты ҡаралды. Быйыл иһә 16 “Инвест-сәғәт” уҙғарылып, 64 проект ҡаралды.
Перспективалы проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Иң ҙурҙарҙан 2021-2022 йылдарға районыбыҙҙың бер ауыл биләмәһендә ферма һалыу, Яңғыҙҡайында электр станцияһын (күп миллионлы проект) сафҡа индереү һәм дарыухана төҙөү, “Торатау” геопаркының инфраструктураһын үҫтереү сиктәрендә туристик объекттар төҙөү, Красноусолда газ автозаправкалау станцияһын яңыртып ҡороу күҙаллана. Проекттар араһында шулай уҡ Мораҡта ҡошсолоҡ, Игенйылға ауылында гирудо-ферма, "Сказка", "Светофор", "Находка” магазины төҙөү һәм башҡалар бар. Бөтөн проекттар буйынса инвестициялар суммаһы 600 миллиондан ашыу һум иҫәпләнә. 125 тирәһе эш урындары булдырыу планлаштырыла.
Туристик тармаҡҡа айырым иғтибар! Районыбыҙҙа туризм үҫешенә йүнәлтелгән саралар сиктәрендә инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында "Башҡортостан йөрәге" туристик-рекреацион кластер һәм "Торатау" геопаркы биләмәһендә эшҡыуарлыҡ берекмәләренең бизнес-турҙары уҙғарыла. “Торатау” геопаркын үҫтереү планына ярашлы, быйыл визит-үҙәк төҙөү һәм Усолка йылғаһы ярҙарын төҙөкләндереү планлаштырылды.
2020 йылда туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған районыбыҙ эшҡыуарҙары республика һәм федераль конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Федераль бюджеттан субсидиялар конкурсына алты заявка ебәрелде. Дүрт эшҡыуар конкурста еңеп, дөйөм 9 млн. һум күләмендә субсидия алыуға өлгәште.
Дөйөм алғанда, 2020 йыл районыбыҙҙың бик күп эшҡыуарҙары, бөтөн илдең һәм республиканың туристик өлкәһе өсөн еңел булмаған һынау йылы булды. 2021 йыл да, бәлки, шундай уҡ ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы булыр. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә алға ҡарап йәшәү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, иң мөһиме, проекттарҙы тормошҡа ашырырға һәм инвестицияларға әҙер кешеләр бар!
Үҙ эшмәкәрлеген алып барған эшҡыуарҙар районыбыҙ бюджетын тулыландырыуға тос өлөш индерә, мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итә: яңы эш урындары булдыра, халыҡты кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итә, хәйриә акцияларында ҡатнаша.
Хөрмәтле эшҡыуарҙар! Һеҙҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән тәбрикләйем, именлек, бизнесығыҙҙың сәскә атыуын һәм яңы проекттарҙы һәм уй-теләктәрегеҙҙе бойомға ашырыуҙа уңыштар теләйем. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һеҙҙең бағлаған өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын, үҙ һөҙөмтәһен бирһен. Сәләмәтлек, ғаилә именлеге уңыштар һәм еңеүҙәр һеҙгә!
Рәмил ӘХМӘТОВ,
район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше
буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: