+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2021, 11:50

Тырыштарға юл асыҡ

Игенйылға ауылында урынлашҡан “Күркәм дөйәғош” крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлеге менән күптәр таныш. Бында йыл әйләнәһенә төрлө тарафтарҙан халыҡ ағымы өҙөлмәй, яҙын-йәйен бигерәк тә. Килеүселәргә мауыҡтырғысыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн дөйә, страустарҙан тыш төрлө тоҡомло декоратив, экзотик ҡоштар, йәнлектәр төрөн дә арттыра баралар.

Фермер хужалығы Әлфиә менән Виталий Смирновтар исемендә булһа, ә инде йыраҡтан килеүселәргә тамаҡ ялғап алыу өсөн асылған кафе уларҙың һеңлеһе Айгөл Сатлыҡова иңендә. Уның тормош иптәше Денис Моисеев кафе эшендә төп ярҙамсыһы булып тора. Ата-әсәһе Шамил Хөсәйен улы менән Рәйфә Барый ҡыҙы ҡыҙҙары-кейәүҙәренең оло терәк-таяныстары. Улар бер төптән булып, үҙҙәре булдырған, ҙур кинәнес килтергән шөғөлдәрен бергәләшеп алып баралар. Берҙәм булғанға эштәре лә йәнле һәм уңышлы бара. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы йәш эшҡыуар Айгөл Сатлыҡованың кафеһы менән таныштырып үтмәксебеҙ.
Экскурсияға килеүселәрҙе “Күркәм дөйәғош” фермер хужалығы ҡаршыһында юл аша урынлашҡан, матур итеп ағастан төҙөлгән йорт та иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Бына ошонда ял итергә килеүселәр страус итенән стэки, жарко, йомортҡаһынан омлет тәмләп ҡарай ала ла инде. Теләүселәр япма аҫтында асыҡ һауала ла, кафе эсендә лә теләгән ерҙә ултыра. Һыуһыныңды ҡандырырға төрлө сәй, һуттар төрө лә күп. Бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ булдырылған. Бәләкәй балаларға ҡом майҙансығында уйнап алыу мөмкинлеге бар.
- Был кафе 2018 йылда асылды. Ял итергә килеүселәргә үҙенсәлекле булһын тип, ағастан, төҙөнөк. Бында кергән һәр кем номер ала һәм өҫтәл артына барып ултыра. Уларға үҙҙәре теләгән аҙыҡты өҫтәлгә килтереп бирәләр. Кеше күплеге миҙгелгә ҡарап була. Беҙҙең үҙебеҙҙең “фирменный блюдоларыбыҙ” бар. Башта 1-2 йыл ялһыҙ, үҙебеҙ генә эшләнек. Әсәй-атай ныҡлы ярҙам итте. Хәҙер профессиональ ашнаҡсыбыҙ, кассирыбыҙ бар. Йәй көнө унлап кеше эшләй. Студенттарҙы ла йәй көнө эшкә алабыҙ. Ҡыйынлыҡһыҙ булмай инде, эш ауыр, ҡунаҡтар күп булғанда туҡтауһыҙ эшләргә тура килә. Мин әле ҡыҙыбыҙ Алиса менән ялда иҫәпләнәм. Бөтә көс тормош иптәшем Денис Юрьевичҡа төшә. Үҙем дә көн дә килеп ҡарап, ярҙамлашып китәм. Һәр нәмәне үҙебеҙ өсөн тип, еренә еткереп эшләйбеҙ. Шуға ла даими клиенттарыбыҙ ҙа бар. Киләсәктә ҡунаҡхана төҙөргә, балалар майҙансығын, аҙыҡ төрөн киңәйтеп, уларға “татлы мамыҡ” эшләү урынын булдырырға уйлашабыҙ, - тип пландары менән дә уртаҡлашты йәш эшҡыуар Айгөл Шамил ҡыҙы.
Тырыш, маҡсаттарға ирешеүсән, үҙ көстәренә ышаныусан, дәрт-дармандары ташып торған йәш эшҡыуарҙарға уңыштар, уй-пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: