+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2021, 14:45

Яугирҙар иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

26 майҙа Красноусол үҙәк район дауаханаһында тантаналы шарттарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Еңеү өсөн үҙ өлөштәрен индергән медицина эшселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә таҡтаташ асылды. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова һәм башҡалар ҡатнашты.

Тулҡынландырғыс мәл, Ф.Ф.Сыңғыҙов менән А.Р.Йәнешев таҡтаташ өҫтөнә ябылған аҡ япманы төшөрөп, асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, иҫтәлекле таҡтаташ алдына сәскәләр һалынды. Бында ҡатнашҡан һәр кем уны күрергә ашыҡты.
Читайте нас: