Үткән йәкшәмбелә, йәғни 23 майҙа районыбыҙҙың “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы (ФОК) гөрләп торҙо – беҙҙең төбәккә ҡатнаш алыш батырҙары йыйылды. Уларҙың һаны әҙ түгел ине, ике йөҙгә яҡын. Республика кимәлендәге асыҡ турнирҙың Ғафури ерендә үтеүе менән мәртәбәле булды.
Бәйгегә бәләкәсенән алып ҙурына тиклем - Өфө (ике клуб), Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Белорет ҡалалары һәм Ҡырмыҫҡалы районы ҡатнаш алыш спорт клубтары тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың тренерҙары килгәйне. Красноусолдан “Батыр” хәрби-патриотик клубы иң күп күләмдә (45-тән ашыу) үҙ батырҙарын алыш келәменә сығарҙы. Һәр ҡайһыһының үҙ батырлығын күрһәтеп, еңеү яулап, чемпион исеменә лайыҡ булырға ышанысы ҙур ине.
Районыбыҙ турнирҙы уҙғарыуға юғары кимәлдә әҙерләнгән. Ил сиге һаҡсылары-ветерандарының Ғафури районы бүлексәһе спорт сараһын ойоштороп уҙғарыуҙа күп көс һәм тырышлыҡ һалған. ФОК-тың спортзалы батырҙарҙы ҡабул итергә ныҡлы әҙер ине. Алыштар өсөн йәш төркөмдәренә ҡарап өс майҙансыҡ әҙерләнгән – тәүгеһендә – маттарҙан торған келәмдә 6-7 йәшлектәр үҙ-ара алышҡа сыҡһа, 12 йәштән алып ҡалғандарында өлкәнерәктәр өсөн ысын “ситлек” (октагон) һәм аренала алышыу мөмкинлеге булды. Арена ситендә урын алған бүләктәр – миҙалдар, кубоктар, турнирҙа бүләктең иң ҙуры – батыр билбауҙары үҙ хужаларын көтә. Алышсыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн судьялар, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре әленән-әле күҙ-ҡолаҡ булып торҙо. Судьялар - Флорид Ғибаҙуллин менән Руслан Йәнбирҙин һәм уларҙың ярҙамсылары алыштарҙы баһаланы.
Ҡырмыҫҡалы районынан Рамазан Шаймарҙанов етәкселегендәге “Хәтер вахтаһы” эҙләнеүселәр отрядының Бөйөк Ватан һуғышында ҡаты алыштар барған урындарҙан табылған һәр төрлө тарихи ҡомартҡыларҙан торған йөкмәткеле күргәҙмәһе төп урынды биләй. Ул балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең дә иғтибарын йәлеп итеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Турнирҙы асыу тантанаһында район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, турнирҙың Баш судьяһы – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Батыр” хәрби-патриотик клубына нигеҙ һалыусы Руслан Риф улы Йәнбирҙин, республиканың ““Любизар” – Беренсе Башҡорт полкы” хәрби-тарихи клубы рәйесе Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов (легендар Шайморатов генерал образында), Башҡортостан Республикаһы буйынса “Сик буйы” (“Граница”) төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ғафури районы бу-йынса бүлексәһе рәйесе Ришат Раян улы Шаймарҙанов, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби бәрелештәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илфат Рәхимйән улы Закиров, БР Һауа-десант һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ғафури районы буйынса бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Олег Олегович Афанасьев һәм был ғәскәрҙәр ветерандары ҡатнашты. Асыҡ турнирҙа ҡатнашыусы спортсыларҙы сәләмләп, алыштарҙа уңыштар, саялыҡ, сәм теләне.
Өфөнән килгән йәш йырсы Алтынай Вәлитов “Егет булһаң, бул батыр” тигән дәртле йыры менән спортсыларҙы еңеүҙәргә дәртләндерҙе. Районыбыҙҙың даланлы бейеүсеһе Илшат Хәбибуллин башҡарған үҙенсәлекле бейеүҙә бейеүсенең батыр ғына түгел, мәргән уҡсы булыуы ла сағылды. Сығыштар һәр кемдең күңеленә хуш килеп, көслө алҡыштарға күмелде.
Ил сиге һаҡсылары-ветерандарының Ғафури районы бүлексәһе рәйесе Ришат Шаймарҙанов Баш судья Руслан Йәнбирҙинға рапорт бирҙе һәм турнир асыҡ тип иғлан ителде. “Любизар” маршы аҫтында Башҡорт кавалерия дивизияһы, Сик буйы, Һауа-десант ғәскәрҙәре, афғансыларҙың әләмдәрен тотҡан хәрби кейемдәгеләр йыйылыусылар алдынан ғорур атлап залға үтеп, үҙ урынын алды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғыраны. Һәм алыштарҙы башларға старт бирелде. Бәләкәстәр баштан аяҡ ныҡлы һаҡланыу сараларында (алғы яғы ҡаплаулы шлемдар, бирсәткәләр, махсус аяҡ кейемдәре) ине, сөнки ҡатнаш алышта төрлө алымдарҙы ҡулланырға: ҡул менән башҡа, кәүҙәнең һәр өлөшөнә төртөргә, тибергә, дәғүсеңде алып ырғытырға ла мөмкин.
Батырҙар билбауы тураһында айырым әйтеп китеү кәрәктер. Турнирҙы ойоштороусылар, шул иҫәптән Гөлшат менән Ришат Шаймарҙановтар ғаиләһе документтар һәм бүләктәр алыу менән мәшғүл булған. Бер ваҡытта ла булмағанса, тәүгеһенән чемпион булып танылғандарҙы бүләкләү өсөн турнир символикаһы менән билбауҙарҙы Дағстан оҫталарынан заказ буйынса эшләтеп алғандар. Шулай уҡ еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары ла әҙерләнгән. Нимә, нимә, бына батыр билбауын яулау өсөн алышҡа сығырға була ине! Еңеү, чемпион титулы – батыр билбауын яулау өсөн алыш бик сәмле барҙы.
Ниһайәт, төрлө йәш төркөмөндәге һәм ауырлыҡ үлсәмендәге ҡатнашыусыларҙың күплегенә ҡарамаҫтан, турнирҙың призлы урын яулаусылары һәм еңеүселәре билдәле булды. Красноусолдағы Флорид Ғибаҙуллин етәкселегендәге “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре ныҡлы әҙерлекле булыуҙары менән айырылды һәм лайыҡлы бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. 10 “Батыр”лы 1-се урын миҙалы, кескәй чемпион кубогы һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Улар: Радмир Дәүләтшин, 6-7 йәшлектәр араһында Тимур Юламанов, Эмиль Батыршин, Егор Зюлькин, Руслан Алиян (8-9 йәш), Динислам Ғизетдинов, Хәлид Бассариев, Омар Алиян (10-11 йәш), 12-13 йәшлектәр араһында Даян Борханов, ә Валерий Зороглян чемпион титулына эйә булып, батыр билбауын да яуланы. Абдуль-Азиз Исмаилов (6-7 йәш), Искәндәр Ғафаров, Рәшит Ходжаҡолов, Роман Узелков (10-11 йәш) - 2-се урында, Арсен Хәсәнов, Максим Трофимов (8-9 йәш), Илназ Әминов, Даниил Дёмин (10-11 йәш), Илүс Ғафаров (14-15 йәш) 3-сө урын яуланы.
Командалар араһында ла еңеүселәр билдәләнде һәм Миңлеғәле Шайморатов кубогы үҙенең хужаһын тапты – 1-се урында – майҙан хужалары - Красноусол һәм Стәрлетамаҡтың берлектәге “Батыр” клубы, 2-се урында – Салауат ҡалаһы клубы, 3-сө урында – Өфө ҡалаһының “VENOM” клубы. Бәйгене ойоштороусылар былтыр Рәсәй Геройы исеме бирелгән М.М.Шайморатовтың (үлгәндән һуң) рухын шундай матур турнир үткәреп шат ҡылды. Үлемһеҙ батырыбыҙҙың исемен киләсәк быуын йөрәгенә уйып, рухына һеңдерерҙәй сара булды ул. “Батыр” клубы етәксеһе Руслан Йәнбирҙин инициативаһы менән уҙғарылған турнир артабан өҙлөкһөҙ дауам итер, тигән ышаныс менән ҡәнәғәт ҡалып таралышты батырҙар.
Ҙур күләмле патриотик рухлы спорт сараһын уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Табындан крәҫтиән-фермер хужалыҡ етәксеһе Геннадий Тахтаров, районыбыҙ эшҡыуарҙары Фоминдар, ағалы-энеле Илдар менән Илсур Мөхәмәтовтар, Дамир Хәйруллин, Азамат Есмагамбетов, Рушан Хәбибуллин, Хәннән Ишмырҙин, Наилә Хисмәтуллина, Ҡурғашлы ауылынан Рәшит Сөләймәнов, “Термопласт” ЯСЙ-е, “Лабиринт” (Балалар һәм өлкәндәр үҙәге), Garage19, “Life is Good” компанияһы вәкиллеге, Гөлшат һәм Ришат Шаймарҙановтар Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.