+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2021, 10:50

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында мәктәп уҡыусылары араһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы уңайынан Балалар ижады үҙәге ойошторған агитбригадаларҙың эскелеккә, наркоманияға, тәмәке тартыуға ҡаршы профилактик сара булып торған һәм балалар, үҫмерҙәр, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы “Тәмләп тә ҡарама!” тип аталған смотр-конкурсы үтте.

Был сараны Балалар ижады үҙәге беренсе тапҡыр ғына ойоштормай. Уҡыусыларға дөрөҫ йүнәлеш алыу, сәләмәт һәм хәүефһеҙ тормошҡа ылыҡтырыу, тирә-йүнде һаҡлау проблемаларына балаларҙы йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә килә.
Унда райондың алты мәктәбенән һигеҙ команда ҡатнашты. Барыһы ла етәкселәре ярҙамы менән сәхнә биҙәлешен уйлап, етди әҙерләнеп килгән. Красноусолдағы 1-се мәктәптән “Һаулыҡты һаҡлаусылар”, 2-се мәктәптән “Яңы быуын”, 3-сө мәктәптән “ВКИД”, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатынан “Сәләмәт балалар”, “Позитив”, “БЭГИС”, Мораҡтан “Сәләмәт тормош” һәм Аҡкүлдән “Пульс” командалары сығыш яһаны.
Конкурсанттар тиҫтерҙәрен бар оҫталыҡтарын, фантазияларын эшкә егеп, сәләмәт тормошҡа әйҙәне. Йыр-бейеү аша ла, актерлыҡ таланттары менән дә үҙҙәре һайлаған теманы асып, сәхнәне йәмләне. Сығыш яһаусыларҙы абруйлы жюри төркөмө: Рәсәй эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторы, полиция кесе лейтенанты Р.Р.Ниғмәтуллина, ра-йон хакимиәтенең йәштәр, социаль сәйәсәт бүлеге етәксеһе И.Ш.Ғәлиәкбәрова, район мәғариф бүлеге методисы А.В.Щенникова, үҙәк район дауаханаһының психиатр-нарколог табибы Ф.Х.Хәбибуллина ентекле ҡарап, баһалай барып, иң-иңдәрен билдәләне. Әлбиттә, был смотр-конкурста уларға эш еңелдән булманы. Сөнки һәр команда ныҡлы әҙерлек менән килгәйне.
7 йәштән алып 12 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урынды Мораҡ мәктәбенең “Сәләмәт тормош” агитбригадаһы, 2-се урын гимназияның “БЭГИС” командаһына бирелһә, 3-сө урынды гимназияның “Сәләмәт балалар”, “Позитив”, 1-се мәктәптең “Һаулыҡты һаҡлаусылар” командалары бүлеште.
13-17 йәшлектәр номинацияһында: 1-се урынды – 2-се мәктәптең “Яңы быуын” агитбригадаһы, 2-се урынды – 3-сө мәктәптең “ВКИД”, 3-сө урынды Аҡкүл мәктәбенең “Пульс” командаһы алды. Еңеүселәрҙең барыһына ла татлы приздар һәм грамоталар тапшырылды.
Алып барыусылар етәкселек исеменән балаларға сәхнәгә сығырға ярҙам иткән, уларҙың фекерҙәре менән уртаҡлашып, дәртләндергән уҡытыу-сылар С.В.Романова, Л.Г.Рәхимова, Г.Ә.Мө-
хәмәтшина, Д.Т.Борха-нова, А.Ф.Ҡунафина, Г.А.Алиева, Ю.Ю.Беля-нина, Н.М.Шароваға, шулай уҡ татлы ризыҡтар алырға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Г.В.Ҡаҙаҡҡоловаға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Смотр-конкурстан һуң ҡатнашыусылар таралышырға ашыҡманы, бер-береһе менән һөйләшеп, аралашып,
иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Альмира ШӘЙӘХМӘТОВА,
Балалар ижады үҙәгенең педагог-ойоштороусыһы.
Читайте нас: