Тештәрҙең һау-сәләмәт, матур булыуы – һаулыҡ билдәһе һәм заман талабы. Уларға даими иғтибар кәрәклеген һәр кем белә. Ғәмәлдә был иғтибарҙы ни тиклем иртәрәк башлайһың, һөҙөмтә лә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ.
Күптән түгел Яңғыҙҡайын ауылында Өфө ҡалаһынан Республика стоматология поликлиникаһы табиптары биләмә халҡын хеҙмәтләндерҙе. Был сара йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы графигына ярашлы республика ауыл-ҡалаларында үтә.
Табип-стоматолог, терапевт Лиана Азамат ҡыҙы Шәнгәрәйева, табип-стоматолог Нарек Арамкович Нерсисян, шәфҡәт туташы Зарина Салауат ҡыҙы Арыҫланова һәм водитель Дмитрий Анатольевич Мельниковтан торған төркөм Яңҡыҙҡайынға 19 майҙа килгән. Алдан яҙылыу буйынса табиптар көн һайын 15-17 кешенең тешен дауалаған, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы тураһында кәңәштәр ҙә биргәндәр.
Яңғыҙҡайын ауыл табиплыҡ амбулаторияһынан хәбәр итеүҙәренсә, табиптарға биләмәгә ҡараған Яңғыҙҡайын, Урал ауылдарынан килеүселәр булған. Бар дауаланыусылар исеменән Өфө табиптарына рәхмәт һүҙҙәре лә еткерҙе улар.