+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Май 2021, 14:05

Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш? Имәндәш ауылы ағинәйҙәре йола байрамы уҙғарҙы

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан.

Күптән түгел Имәндәш ауылы ағинәйҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, башланғыс класс уҡыусыларын яланға, тирмәләр янына "Кәкүк сәйе" байрамына саҡырҙы. Тәүҙә ағинәйҙәр балаларға был йоланың нисек, ҡасан барлыҡҡа килеүен һөйләне, уҡыусылар кәкүккә арнап шиғырҙар, инәйҙәр йырҙар йырланы, кәкүктән йәш һоранылар. Ағинәй Гүзәл Хисаметдинованың кәкүк тураһында һөйләгән легендаһын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йотлоғоп тыңланы һәм беренсе мәртәбә ишетеүҙәрен дә әйттеләр. Бына ул легенда: "Борон-борон заманда Кәкүк исемле егет йәшәгән. Уның һөйгән ҡыҙы булған, ти. Ләкин яу сыҡҡас, егет яуға киткән. Ҡыҙ бик һағынып һөйгәнен көткән һәм оҙон толомдарын үргәндә: "Миңә ҡанаттар биреп, ҡошҡа әйләндерһәңсе, Хоҙай, мин уны эҙләп табыр инем", - тип ялбарған. Бер көн иртән торһа, һылыуҙың толомдары урынына ҡанаттар үҫеп сыға һәм ҡыҙ тирмәнән осоп сығып китә. Халыҡта кәкүктең бер ҡанаты һалпы, тиҙәр. Ул - ҡыҙҙың үрелеп бөтмәгән толомо икән. Ҡыҙ үҙенең кем икәнен дә онотҡан, тик һөйгәненең исемен генә хәтерләгән. "Кәкүк, кәкүк!" тип ҡысҡырып, сит ояларға йомортҡа һала, ләкин баҫып сығарырға түҙемлеге етмәй икән шул, һөйгәнен эҙләп осоп сыға ла китә, бахырың."
Артабан Гөлирә Мәхмүтова, Рәзилә Зөбәйҙуллина дарыу үләндәре, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләп, викторина үткәрҙе. Ағинәйҙәр Миләүшә Мостафина, Фәниә Усманова балаларға тирә-йүнде таҙа тотоу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында ҡыҫҡаса әйтеп китте, күмәкләп "Был йылда иген уңһын!", "Ямғырҙар яуып торһон!", "Бөтә ерҙә тыныслыҡ булһын!", "Тәбиғәтебеҙ ҡоромаһын!", “Ергә аслыҡ килмәһен!", "Бөтәбеҙ ҙә һау булайыҡ!" тигән теләктәр әйтелде. Айгөл Түзбәкова, Лилиә Йәғәфәрова күңелле уйындар ойошторҙо. Ағинәйҙәр балаларға бәләкәй генә бүләктәр ҙә таратты. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, теләктәр теләй-теләй, ағас аҫтына ҡалдырҙылар.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Хәсрәт кенә бирмә башыма!
Балалар ағинәйҙәргә, яланда самауыр ҡайнатып, тәмле сәйҙәр менән һыйлаусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәфис Рәшитовҡа, Илнара Мәхмүтоваға, уҡытыусылары Гөлдәр Ишемйәроваға, Әлфинә Мәхмүтоваға рәхмәт әйтеп таралышты.
Рәмилә МӘХМҮТОВА,
Имәндәш ауылы ағинәйҙәре етәксеһе.
Читайте нас: