+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 11:50

Балалар – беҙҙең киләсәк!

Йыл һайын йәйҙең беренсе көнөндә бөтә Ер шарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был ябай байрам түгел, ә бәләкәс ватандаштарыбыҙҙың ғүмере, һаулығы һәм яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тураһында йәмғиәткә иҫкәртеү ҙә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү – һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балалыҡты дәүләт һәм йәмғиәт ышаныслы яҡлай. Беҙ балаларҙың физик һәм рухи һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә, улар сифатлы белем алһын өсөн шарттар булдырырға бурыслыбыҙ.

Беҙҙең Ғафури районында 1 йәштән 18 йәшкә тиклем барлығы 7187 бала бар, шуларҙың 2634-е мәктәпкәсә балалар йәшендә. Баланың тәүге белем алыу йорто – ул балалар баҡсаһы. Районда быйылғы уҡыу йылында 3 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында, 19 мәктәптә барлығы 80 мәктәпкәсә төркөм эшләне.
Балалар баҡсаһында балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙың төп маҡсаты – тәрбиә һәм белем биреү ваҡытында уларға сәләмәт һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу. Мәктәпкәсә белем биреүҙә янғындарҙы, террор акттарын иҫкәртеү һәм балаға һәм өлкәндәргә ҡурҡыныс янамауын тәьмин итеүсе хәүефһеҙлек системаһы булдырылған. Йылдан йыл балалар баҡсаларының санитар-гигиеник, эпидемиологик талаптарға һәм янғынға ҡаршы ҡағиҙәләргә яуап биреүсе матди-техник базаһы яҡшыра бара.
Быйылғы уҡыу йылында эшләп килгән 3 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында, мәктәптәрҙә урынлашҡан башҡорт төркөмдәрендә 446 бала тәрбиә һәм белем ала. Шулай уҡ 102 сабый татар төркөмөндә тәрбиәләнә. Был милли төркөмдәрҙә балалар үҙ халҡының, ғаиләһенең йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша.
Балалар баҡсаһында балаларҙы рухи һәм физик тәрбиәләү өсөн төрлө саралар, байрамдар, конкурстар үткәрелеп тора. Беҙҙең балалар район һәм республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай.
Мәҫәлән, йыл һайын өлкән мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн уҙғарылған “Беҙ - гагаринсылар” олимпиадаһында районыбыҙ балалары уңыштар яулай. Быйылғы юбилей йылында ла 170 бала 3 йүнәлеш буйынса: интеллектуаль полиолимпиада, физик культура, “Минең космос донъям” һүрәттәр конкурсында ҡатнашты.
Физик культура буйынса муниципаль этапты 16 бала - һүрәттәр конкурсында 8, интеллектуаль полиолимпиадала 12 бала үтте. Еңеүселәр түшкә таға торған билдәләр менән бүләкләнде. 2-се этап һөҙөмтәләре буйынса Өфө ҡалаһына физик культуранан Д.Р.Ғүмәров һәм С.Исмәғилева, һүрәттәр конкурсына – К.Климова, интеллектуаль полиолимпиаданан Кирилл Самарин барҙы. Улар барыһы ла лауреат исеменә һәм миҙалдарға лайыҡ булды.
Шулай уҡ район һәм республикала уҙған ярыштарҙа беҙҙең бәләкәс шахматсыларыбыҙ ҙа юғары урындар яулай.
Коронавирус пандемияһына бәйле уҙған йыл барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла сикләүҙәр индерелеп, санитар-гигиеник талаптар үҙгәрҙе. Балалар баҡсаларының эске режимында ла сикләүҙәр булдырылды: күмәк саралар уҙғарылмай, бер нисә төркөм ҡатнашлығында конкурстар үтмәй,тышта йөрөүҙәр социаль арауыҡ һаҡлау мөмкинлеге менән ойошторола, санитар эшкәртеүҙәр йышыраҡ үтә. Ата-әсәләр менән саралар онлайн уҙғарыла. Был ҡатмарлы осорҙа балалар баҡсалары бер көнгә лә ябылманы. бар талаптарҙы ла теүәл үтәп, тырышып эшләгән балалар баҡсалары педагогтарына һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт еткерге килә.
Тормошта балаларға тәүге аҙымдарын яһарға ярҙам иткән, тик изгелеккә әйҙәгән, уңыш яуларға өйрәтеүселәр улар - атай-әсәйҙәр! Мәғариф законы буйынса ата-әсәләр белем биреү процесында ҡатнашыусылар. Беҙҙең күп саралар ата-әсәләр менән берлектә ойошторола, улар беҙҙең ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ!
Хөрмәтле ата-әсәләр, педагогтар! Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнайыҡ, күңел йылыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы йәлләмәйек, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлайыҡ. Шул ваҡытта балаларыбыҙ һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе ҡайнар йөрәктән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын! Был көндө һәр йорт балаларҙың йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйем.
Лира БӘХТИЙӘРОВА,
мәктәпкәсә белем биреү бүлеге методисы.
Читайте нас: