+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 09:35

Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Хөрмәтле райондаштар!Һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым!

Шатлыҡ, бәхет һәм ғаилә усағы йылыһы менән һуғарылған был байрам балалар беҙҙең иң ҡиммәтле байлығыбыҙ, ышанысыбыҙ һәм киләсәгебеҙ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.
Улар аҡыллы, һау-сәләмәт кешеләр булып үҫһен өсөн беҙ уларҙы һөйөү һәм хәстәрлек менән солғайбыҙ. Сөнки балаларҙың артабанғы яҙмышы, уңыштары беҙҙән, өлкәндәрҙән, тора. Һәр бала үҙ һәләттәрен асһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Ғафури районында талантлы балалар бихисап. Улар уҡыуҙағы, ижадтағы, спорттағы уңыштары менән беҙҙе һөйөндөрөп конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай.
Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә күп көс һалған ата-әсәләргә, педагогтарға ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.
Был байрам көнөндә балаларға йәйге каникулдарҙа яҡшы ял итеүҙәрен, яҡындары һәм дуҫтары менән сағыу осрашыуҙар, онотолмаҫ тәьҫораттар теләйем. Бала саҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: