Был китапта “Замандаштар һәм ҡәләмдәштәремдең әйтер һүҙҙәре”, “Үҙем тураһында үҙем” бүлектәрендә төрлө йылдарҙа гәзит биттәрендә баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләр, бик күп шиғырҙары урын алған. Йөҙ йәшенә бер арауыҡ ҡалған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ижады менән Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙең ҡәҙерен белеү, уны юҡ-барға сарыф итмәйенсә йәшәү өлгөһөн күрһәтә. Һәр ваҡыт матурлыҡҡа, яҡшыға табынырға өндәй. Уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар был китапта хисле шағир - Вилдан Әйүп улының биографияһы менән тулыһынса таныша ала.