+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 14:35

Почтальондар, һеҙҙең өсөн!

Матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатында район почтальондары араһында конкурс иғлан ителә

Район хакимиәте Ғафури мәғлүмәт үҙәге “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәренә яҙҙырыу буйынса “Ғафури районының иң яҡшы почтальоны” конкурсы иғлан итте.
Конкурс район почта бүлексәләре почтальондары араһында 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына подписка тамамланғанға тиклем бара. Ошо арала почтальондар үҙҙәре хеҙмәтләндергән биләмәләрҙә гәзиттәргә яҙҙыра. Еңеүсе иң күп “Табын” һәм “Звезда” (һәр гәзит буйынса 1-се урын – 100, 2-се – 80, 3-сө – 60 дананан күберәк) яҙҙырған почтальондар араһында билдәләнә. Еңеүселәр Дипломдар һәм бүләктәр менән бүләкләнәсәк. (Конкурстың положениеһын беҙҙең сайтта уҡырға була).
“Аҙна һайын бүләк” отошо еңеүсеһе Урта Үтәш ауылынан Рәфилә Сәйфетдинованың бүләген әсәһе Роза Рәйес ҡыҙы (һүрәттә) килеп алды. “Табын” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә бер йылда ла яҙылмай ҡалғаным юҡ. Квитанцияларҙы “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” конкурсына Өфөгә лә ебәрҙем. Бәлки унда ла бәхет йылмайыр,” – тине ул хушлашҡанда. Уға уңыштар теләйбеҙ. Ә һеҙ гәзиткә яҙыла һалып, квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ.
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу 942 һум 66 тин, пенсионерҙарға – 896 һум 88 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 861 һум 06 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр редакция аша 732 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон вариантына 588 һумға яҙылырға мөмкин.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: