+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 17:30

Спорт фестивале уҡыусыларҙы йыйҙы

Йылдың-йылы сираттағы уҡыу йылы тамамланыр алдынан уҡыусылар өсөн Спорт байрамы уҙғарыла. 19 майҙа районыбыҙҙың уҡыусы балалары пионер сафына ғына инеп ҡалманы, “Йәшлек” ял паркында үткән спорт фестивалендә лә ҡатнашты. Был сараға районыбыҙҙың бик күп мәктәптәренән командалар килгәйне. Көн дә балаларҙы дәртләндереп торғандай, сағыу, матур булды.

Спорт фестивале иң яҡшы команданы асыҡлау, физик культураны һәм уҡыусыларҙы физик йәһәттән үҫтереү, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуындың һаулығын нығытыу, мәктәп уҡыусыларын ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләү маҡсатында район мәғариф бүлеге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тарафынан үткәрелә. Иң тәүҙә был спорт байрамына йыйылыусыларҙы район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Линар Сәйфуллин тәбрикләп, барыһына ла һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңеүгә өлгәшеүҙәрен теләне. Спорт ярыштары алты төрҙә: волейбол, баскетбол, мини-футбол, көрәш, еңел атлетика, шахмат буйынса үтте.
Волейбол ярышында ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында 5-әр команда алышты. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙар командалары араһында 1-се урынды Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 2-се урынды Красноусолдың 2-се мәктәбе, 3-сөнө Ҡарағай мәктәбе командалары яуланы. Егеттәр араһында ла уйын сәмле барҙы. 1-се - Бурлы, 2-се - гимназия, 3-сө урын Ҡауарҙы егеттәре уҡыусылары командаларына бирелде. Был уйын барышына Р.Юлмөхәмәтов, К.Кәримов, В.Үтәғолов, Г.Үтәгәнова яуаплы булды.
Ә баскетбол ярышына ҡыҙҙарҙан 8 команда, егеттәр ике генә команда йыйылғайны. Аҡкүл мәктәбе ҡыҙҙары беренселекте береһенә лә бирмәһә, Красноусолдағы 1-се мәктәптең өлкән һәм кескәйҙәр төркөмө 2-се, 3-сө урындарҙы алыуға өлгәште. Егеттәр командалары араһында Красноусолдың 1-се мәктәбе командаһы 1-се, Курорт мәктәбе 2-се урын алды. Уйын барышына А.Григорьева, Л.Елсукова, А.Яковлев, Е.Иванов яуаплы ине.
Мини-футболда 8 команда ҡатнашып, уйын бик сәмле барҙы. Парктың киң яланында тамашасыларҙың дәртләндереү тауыштары яңғырап торҙо. Был ярышта Красноусол башҡорт гимназия-интернаты 1-се урын, Табын – 2-се, Красноусолдың 2-се мәктәбе 3-сө урын яуланы. Уйын барышын тренерҙар В.Килмөхәмәтов, А.Штадлер күҙәтте.
Шахмат уйыны парк сәхнәһендә барҙы. Бында барлығы 23 уҡыусы ҡатнашты. Уҡытыусылары Н.Г.Проценко һәр уйын барышын күҙәтеп, барыһына дөрөҫ баһа бирә барҙы. Ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Ясмина Әбдрәшитова, 2-сене Алина Солтанбәкова, 3-сөнө Милана Проценко алһа, ә егеттәр төркөмөндә 1-селектә Даниил Никифоров, 2-се урында Иҙел Иҙрисов, 3-сөлә Даниэль Солтанғолов булды.
Еңел атлетикала 80 уҡыусы ҡатнашты. Улар ҡыҙҙар, егеттәр төркөмөнә бүленеп, үҙ йәш категорияһында 60, 400 метр арауыҡҡа йүгерҙе. 2006-2009 йылғылар араһында 400 метрға йүгереүҙә Е.Николаев (1-се мәктәп), Н.Рәхимова (Сәйетбаба мәктәбе), 60 метр арауыҡта Ф.Ғафаров (3-сө мәктәп), О.Баранова (1-се мәктәп) 1-се урын, 400 метрға йүгереүҙә Ф.Ғафаров (3-сө мәктәп), К.Торопкина (1-се мәктәп), Е.Николаев 400 метрға (1-се мәктәп) – 2-се, Н.Коробов, О.Баранова (1-се мәктәп) 3-сө урындарҙы алды. 2003-2005 йылғылар араһында 400 метрға йүгереүҙә 1-се урын Д.Афанасьевҡа (1-се мәктәп), Л.Түзбәковаға (Сәйетбаба мәктәбе), 2-се С.Иҙрисовҡа (Сәйетбаба мәктәбе), Л.Бәшироваға (1-се мәктәп), 3-сө Д.Ковальскийға (1-се мәктәп) бирелде. В.Алтынбаева, И.Шәйәхмәтов, Л.Хәкимова, В.Батыршина баһаланы.
Асыҡ һауала көрәш бәйгеһе бигерәк сәмле барҙы. Бында көрәшселәр 35, 40, 45, 50, 55, 60, 60+ килограмм ауырлыҡ үлсәме буйынса көс һынашты. Д.Ноғайғолов, Ю.Шәрипов көрәш бәйгеһен ойоштороп, алып барҙылар. Спорттың был төрөндә А.Нәзиров (35 кг., гимназия), В.Зорогаян (40 кг., 2-се мәктәп), В.Нәзиров (45 кг., гимназия), А.Дәүләтшин (50 кг., гимназия), Л.Шәмсетдинов (55 кг., Йөҙимән), М.Кошуров (60 кг., 2-се мәктәп), А.Мәхийәнов (60+ кг., Сәйетбаба) 1-се урын, И.Ғайсин (35 кг.,), С.Шәрипов (35 кг., Имәндәш), И.Искәндәров (45., гимназия), Д.Хаустов (50 кг., 2-се мәктәп), Д.Түзбәков (55 кг., Имәндәш), И.Ғафаров (60 кг., 3-сө мәктәп), А.Байбулдин (60+ кг., Сәйетбаба) 2-се урын, И.Ғәлин (35 кг., Сәйетбаба), А.Хәйретдинов (40 кг., Сәйетбаба), Р.Кинйәбулатов (45 кг., Ҡарағай), Ф.Ишҡолов (50 кг., гимназия), И.Мәүлетов (55 кг., гимназия), Р.Кәримов (60 кг., гимназия), Д.Рәхимов (60+ кг., 2-се мәктәп) 3-сө урын алыуға иреште.
Спорт байрамында ҡатнашып, призлы урындар яулаған уҡыусыларға миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр, еңеүсе командаларға Маҡтау грамоталары, ГТО-ның "алтын" билдәһе тапшырылды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА;
Лидия ЕЛСУКОВА,
ГТО буйынса тест үткәреү
үҙәге администраторы.
Читайте нас: