+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 10:30

Ил сиген уяу һаҡлаусылар

Ил сиге һаҡсылары көнө илебеҙҙә 103-сө йыл рәттән билдәләнә. 28 май Красноусолдың Мәжит Ғафури майҙанында ла был байрам тантаналы шарттарҙа үткәрелде.

Билдәләнгән ваҡытҡа, ҡасандыр илебеҙҙең сиген һаҡлауҙа уяу торған ир-егеттәр байрамса кейенеп, Дан Аллеяһы янындағы майҙанда йыйылды. Район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы, отставкалағы 2-се ранг капитаны Владимир Ильич Герасимов тантананы асыҡ тип иғлан иткәс, алып барыусылар Ирина Васильева менән Фәнзил Ғәлин байрам сараһын тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Байрам сараһында район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡатнашты. Ул һалдат бурыстарын намыҫ менән үтәп, илебеҙ сиктәрен уяу һаҡлаған, әле лә йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә күп көс һалған ил сиге һаҡсыларын байрамдары менән ҡотлап, районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙәге ярҙамдары өсөн Фаил Байшөғөров, Андрей Курбатов, Салауат Батыршин, Фидаил Ғәзизов, Рауил Әбдрәшитовты муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Алдағы тормоштарында ғаилә бәхете, һаулыҡ, уңыштар теләне.
Владимир Герасимов запастағы капитан Фидаил Ғәзизовҡа “Рәсәй ил сиге һаҡсыларына 100 йыл” тигән иҫтәлекле, ә Мадаким Пустиевҡа “Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 30 йыл” исемле юбилей миҙалын түштәренә таҡты. Ил сиге һаҡсылары-ветерандарының Ғафури районы бүлексәһе рәйесе Ришат Шаймарҙанов, Фаил Байшөғөров, хәрби бәрелештәр ветерандарының район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе И.Р.Закиров иптәштәренә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Һуңынан сик буйы хеҙмәте ветерандары Дан Аллеяһында ил сиге һаҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Йәшел фуражкаларын сисеп, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәм ҡайтҡас вафат булған иптәштәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Машиналарға флаг таҡҡан ил сиге һаҡсылары был көндө урамдарҙы йәмләп, рух көсө биреп йөрөнө. Уларға һәр саҡ шулай әүҙем булыуҙарын, дәрт-дарман, ҡоростай һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: