+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 14:25

Өс көнлөк хәрби хеҙмәттә

Һәр егет алдан уҡ үҙен хәрби хеҙмәткә әҙерләргә тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, 19-22 майҙа райондың юғары класс һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы егеттәре өсөн өс көнлөк хәрби йыйын ойошторолдо.

“Имәнкәй” ял лагерына йыйылған буласаҡ һалдаттар алдында Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары, полковник Фәйруз Арыҫлан улы Ғимаҙиев сығыш яһап, уларҙы сәләмәт тормош алып барырға, физкультура менән ныҡлы шөғөлләнергә саҡырҙы һәм изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ бер төркөм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыларына Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Һуңынан егеттәр тигеҙ рәттәрҙә үҙ взводтарының йырҙарын ғорур йырлап үттеләр.
- Ғафуриҙарҙың хәрби йыйыны ойошҡан кимәлдә үтте. “Имәнкәй” ял лагерында йәшәү, өс тапҡыр туҡланыу ҡаралғайны. Егеттәр алдында сығыш яһаған “Перевал” ансамбле концерты ла бик оҡшаны. Беҙҙең Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалынан 23 егет барҙы. Ике взводҡа бүленеп, үҙебеҙҙең әҙерлекте күрһәттек. Беренсе взвод йүгереү буйынса 3-сө урын алһа, икенсе взвод турникта күтәрелеү, художество үҙешмәкәрлек һәләттәре буйынса 2-се урынға лайыҡ булды. В.Евдокимов турниктан күтәрелеү буйынса һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәште һәм 3-сө урын алды. Мылтыҡтан атыу буйынса әҙерлекте күрһәтергә Алкиноға барҙыҡ. Бында ла егеттәр һынатманы, - тип, хәрби йыйын тураһында һөйләп үтте колледждың тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Венер Батыршин.
Бындай йыйындарҙың төп маҡсаты – алынған белемде ғәмәлдә ҡулланыу: күнекмәләр барышында физик һәм психологик сифаттар һынала, ватансылыҡ тәрбиәләнә, хәрби хеҙмәткә бәйле ҡануниәт өйрәнелә, граждандар оборонаһы өлкәһендә оҫталыҡ туплана, атыу ҡоралының төҙөлөшө, уның менән хәүефһеҙ эш итеү ҡағиҙәләре үҙләштерелә, хәрби һөнәрҙәр буйынса йүнәлеш бирелә.
Өс көнлөк әрме тормошона йәлеп ителгән егеттәр ысын ир-егеттәр мәктәбендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Бында хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә генә өйрәнеп ҡалмай, тәртипкә, сабырлыҡҡа, ярҙамсыллыҡҡа, ауыр хәлдә юғалып ҡалмаҫҡа, үҙаллы ҡарар ҡабул итергә лә өйрәнделәр.
Читайте нас: