+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 13:50

Сергей Ветов яңғыҙ түгел...

Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башына төшә, тиҙәр. Красноусолда олатаһы тәрбиәһендә йәшәгән 18 йәшлек, тиҙҙән мәктәпте тамамлаясаҡ Сергей Ветовҡа ла бәлә көтмәгәндә килә. Үҙәк урамда урынлашҡан ике хужаға иҫәпләнгән ҙур йорттоң бер яҡ, улар йәшәгән өлөшөндә, егет өйҙә юҡта, янғын сығып, йорт йәшәүгә яраҡһыҙға әүерелә. Бына-бына оло тормош юлына аяҡ баҫырға торған үҫмерҙең бер ниһеҙ, бер ҡат кейемдә тороп ҡалыуы бер булһа, иң аяныслыһы: ут эсендә олатаһының ҡорбан булыуы уны шаңҡыта. Донъяны изгелек ҡотҡарыр, тигәндәй, миһырбанлы, изге күңелле, бала йәнле кешеләр эргәһендә генә булып сыға.

Яҙмыш һынауҙар ебәреп торған, уғата ауыр хәлдә – ата-әсәһен алыштырған ҡурсыусыһыҙ һәм бер ниһеҙ ҡалған Сергейҙы төшөнкөлөккә бирелеүҙән Ғабдуллиндар ғаиләһе һаҡлап ҡала ла инде. Ирле-ҡатынлы Эльвира Миңлеғол ҡыҙы менән Марсель Таһир улы оҙаҡ уйлап тормай, ауыр тормош хәлендә ҡалған егетте яңғыҙ итмәй, үҙҙәренең ҡурсыуына (опекаға) алырға йөрьәт иткәндәр. Малайҙы бала сағынан беләләр, улдары Рәсимдең балалыҡ дуҫы, өҫтәүенә, класташы ла, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә 11-се класта уҡыйҙар. Сергейҙы хужалыҡ итә белгән, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл, һәйбәт егет тип ҡылыҡһырлайҙар.
Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Стәрлетамаҡ күп профилле колледжына график-дизайнер һөнәренә уҡырға инергә уй-хыялдар йөрөтә Сергей. Әлеге мәлдә Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Янғын һөҙөмтәһендә имтихандарға әҙерләнгәндә иң кәрәкле булған компьютерһыҙ ҡалған егеткә ул әлеге мәлдә лә, уҡырға ингәс тә, бик кәрәк буласаҡ. Егеткә был йәһәттән дә хәленә инеүселәр табыла. Республиканың ҡала-райондарынан 16 кешене берләштергән Ишембай ҡалаһындағы “БлагоДарю” хәйриә йәмәғәт ойошмаһының инициатив төркөмө үҫмер менән булған был аяныслы хәлде ишетеп, уға ярҙамға килгән. 24 майҙа инициатив команданың ағзалары Стәрлетамаҡтан Рәсүл Хәмзин, Ишембайҙан Руслан Фәйзуллин, Талбазы ауылынан Алиса Йәләлетдинова район хакимиәтендә Сергейға ноутбок менән сумкаһын тапшырҙы һәм изге теләктәрен еткерҙе, артабан да уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торасаҡтарын белдерҙеләр, ярҙам кәрәк булғанда мөрәжәғәт итеүен теләнеләр. Был көслө йәмәғәт ойошмаһы ауыр тормош хәлендә ҡалған мөмкинлектәре сикле, йәғни инвалид, ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм ҡалған, янғын һөҙөмтәһендә зыян күргән бәлиғ булмағандарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы үҙ өҫтөнә алған, шулай уҡ уларға психологик ярҙам да күрһәтелә. Сергей Дмитрие-вич был сараға үҙенең опекуны Эльвира Миңлеғол ҡыҙы менән килгәйне. Икеһе лә ҙур иғтибарҙары һәм ярҙамдары өсөн район хакимиәтенә, егеттең ҡайғыһына битараф ҡалмаған һәр кемгә, тиҫтерҙәренә һәм инициатив командаға рәхмәтле булды.
Сергей Ветовҡа ноутбук тапшырыу сараһында шулай уҡ ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова ла ҡатнашты.
- Ауыр тормош хәлендә ҡалған егеттең хәленә битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, беҙ бик шатбыҙ, - тине Ф.Сыңғыҙов. – Иң мөһиме – уға республикабыҙҙың лайыҡлы гражданины, өлкән быуынды алыштырырҙай уңышлы шәхес булып үҫеүен, тормошта үҙ урынын табыуын теләйбеҙ, - тигән теләктә ҡалды ул.
Читайте нас: