+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 15:05

Ауылдың таҙалығы өсөн

Ауылдарҙың таҙалығы, төҙөклөгө унда йәшәгән кешеләрҙән тора. Был йәһәттән Ҡотлоғужа ауылы халҡы һәр саҡ өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, дөйөм һәр эште берҙәм атҡарып сығалар.

Ҡотлоғужа ауылының “Баш һыуы” тип атап йөрөтөлгән шишмәнең шифалы ла, татлы ла һыуын алырға тип ҡайҙан ғына килмәйҙәр. Әлбиттә, төрлө кеше осрай, үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырып китеүселәр ҙә булғылай. Шуға ла был урынды таҙартып тороу ҙа ауыл халҡы иңендә. Был эштә ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем ҡатнаша.
Май айында Ҡарамыш ауылына киткән яҡта, 1,5 гектар самаһы майҙанға ”Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә “Еңеү” аллеяһы булдырылып, ағастар ултыртылғайны. Йәш үҫентеләрҙе мал тапап, һындырып бөтмәһен өсөн был майҙансыҡты тиҙерәк кәртәләп алырға кәрәк тип, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Зиннур улы Әхмәров менән һөйләшеп ҡуйғайныҡ. 1 июнь көнө ауыл халҡы һәм ситтә йәшәүсе яҡташтар ярҙамы менән ошо урынды кәртәләп тә алдыҡ. Эш ойошҡан рәүештә барҙы. Бында ҡатнашыусы ир-егеттәргә ҙур рәхмәт әйтеп, ағастар шаулап үҫһен, ауылды йәмләп ултырһын тиергә ҡала.
Быйыл ауыл малдарын көтөү өсөн “электр көтөүсе” лә алып, эшләп ҡуйҙыҡ.
Тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы үҙебеҙ өсөн бит. Шуға күрә йәшәгән еребеҙҙе сүп-сарҙан һаҡлап, йәшәйешебеҙҙе йәмлерәк, йәнлерәк итәйек, тәбиғәтебеҙгә һәр кем һаҡсыл ҡарашта булһын ине.
Марат КӘРИМОВ,
Бельский ауыл биләмәһенең 3-сө округ депутаты, ауыл старостаһы.
Читайте нас: