+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 18:50

Бөжәктәрҙән ҡотолоуҙың яңы ысулы

Былтыр баҡсамда ҡырмыҫҡалар күбәйҙе. Күптәр уларҙың үлән бете (тля) таратыусы бөжәк икәнен белә. Ҡырмыҫҡа ояһы янында йәшелсә лә үҫмәй.

Элегерәк уларҙан ҡотолор өсөн төрлө саралар ҡулланһам да, фәтүәһе булманы, аҡсамды ғына елгә осорҙом.
Һеҙгә бөжәктәрҙән ҡотолоуҙың яңы ысулын тәҡдим итәм.
Ике бешкән йомортҡа һарыһын иҙеп, ярты балғалаҡ бал, 10 грамм (бер балғалаҡ) бор һелтеһе һалып болғатырға. Һуңғыһын порошок хәлендәгеһен баҡсасылар өсөн магазиндан табырға була. Спирттағы төнәтмәһе ярамай.
Иҙмәгә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бер ярты ҡалаҡтай иҙмә бер ҡырмыҫҡаның өйөмөн юҡҡа сығара ала. Ҡалғанын ҡапҡаслы банкаға һалып, һыуытҡыста һаҡларға ярай.
Читайте нас: