-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 11:15

Бала саҡ илендә - байрам

Йәйҙең беренсе көнөндә балаларҙың шат тауыштары, күтәренке кәйеф һәм изгелек менән һуғарылған матур байрамдарының береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө Красноусолдың “Йәшлек” ял паркында күркәм итеп үткәрелде. Балаларҙы етәкләгән атай-әсәйҙәр генә түгел, олатай-өләсәйҙәре лә килгән ине был байрамға. Бында уларҙы төрлө әкиәт геройҙары ҡаршы алды.

Балалар ижады үҙәге педагогы Ирина Васильева байрамды асып, йыйылыусыларҙы матур байрам менән ҡотланы, йәйге көндәрҙе күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреүҙәрен теләне. Артабан һүҙ, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелеп, ул барыһына ла изге, матур теләктәрен еткерҙе.
- Был балалар өсөн үткәрелгән ғаилә байрамы тиһәң дә була. Бөгөнгө көндә районда 30 меңдән ашыу кеше йәшәһә, шуларҙың 8 меңе 18 йәшкә тиклемге балалар. Киләсәктә балалар тағы ла күберәк булһын ине. Районда балалар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары булдырырға тырышабыҙ, балалар баҡсалары, мәктәптәр эшләп килә. Уларҙың киләсәге матур булып, тулы ғаиләлә үҫһендәр, һау булһындар, - тине Ф.Ф.Сыңғыҙов.
Асыҡ һауала сәхнәне күҙәтеү, балаларҙың көй-моңдарға ҡушылып йырлап-бейеп тороуҙарын күреү ҙә үҙе бер һоҡланғыс күренеш ине.
Балалар ижады үҙәге педагогтары кескәйҙәр өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар, төрлө уйындар ҙа ойошторғайны. Малайҙар йәш армеецтар ойошторған уйындарҙа ҡатнашып ҙур ҡыуаныс кисерһә, ҡамырҙан төрлө әйберҙәр эшләп, һүрәт төшөрөп тә кинәнделәр балалар. Уйындарҙа ҡатнашыусылар бүләктәр ҙә алып ҡыуанды.
Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәр өсөн асфальтҡа һүрәт төшөрөү буйынса конкурс ойошторҙо, балалар бында ла ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Оҫта һүрәт төшөрөүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
байрамға килгән балалар парк майҙансығында ҡуйылған батутта һикерергә лә, скутерҙа йөрөргә лә, яҡындары алып биргән туңдырма менән һыйланырға ла өлгөрҙө.
Иртән көн болоҡһоп торһа ла, байрам башланасаҡ ваҡытҡа көн дә асылып, йәйҙең тәүге көнө балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Улар рәхәтләнеп уйнаны, көлдө, шатланды, көндө файҙалы үткәрҙе.
Читайте нас: