+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 11:25

Милли аш-һыу оҫталары иғтибарына!

Ғафури районы муниципаль район хакимиәте аш-һыу оҫталарын “Милли ризыҡтар” конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

Конкурста айырым кешеләр, төрлө милләт вәкилдәре, һөнәри уҡыу йорттарында белем алыусылар һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары, төрлө милек формаһына ҡараған сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары ҡатнаша ала. Конкурсҡа төрлө милли ризыҡтар, аш-һыу тәҡдим ителергә мөмкин. Аш-һыу оҫталары бәйгеһе 12 июндә, “Һабантуй-21” байрамында үтәсәк.
1, 2 һәм 3-сө урынды алыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм грамота тапшырыласаҡ. 1- се урынды алыусы “Урал аръяғы-21” Халыҡ-ара инвестиция һабантуйы сиктәрендә Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк Милли кухня республика конкурс-фестивалендә ҡатнашасаҡ.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 8(34740)2-14-06 телефонына шылтыратырға була.
Читайте нас: