+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2021, 09:00

Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһен һаҡлау – төп бурыс

Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө уңайынан БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы “Еҙем” айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт паркы начальнигы Азамат Мәхмүт улы ИБӘТУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

- Районыбыҙҙың “Еҙем” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, биләмәлә тәртип булдырыуға үҙ өлөшөн индерә, тип әйтергә кәрәк. Тәбиғәт паркы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт паркы статусы алғас, үҙгәреш кисерҙе. Был, әлбиттә, хозур тәбиғәт ҡосағына ял итергә, экскурсияға килеүсе һәм Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшөүселәрҙән ҡағиҙәләргә буйһоноуҙы, был объектта билдәләнгән тәртипте һаҡлауҙы талап итә. Был йәһәттән парктың уникаль тәбиғәтен һәм Еҙем йылғаһын ҡотҡарыуға ирешелде. Ял итергә килгән кешеләрҙең үҙ артынан сүп-сар ҡалдырып китеүе, браконьерлыҡ ысулы менән күпләп балыҡтарҙы ҡырыуы, йәнлектәрҙе өркөтөүе, ҡайһылары ҡеүәтле автомашиналары менән Еҙем йылғаһы аша сығыуы, унда техникаларын кистереп йөрөп, шулай уҡ йыуып, уны бысратыуы һәм башҡалар – тәбиғәткә лә, йылғаға ла ҙур зыян килтерә ине. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы ҡарары нигеҙендә беҙҙең һоҡланғыс тәбиғәт мөйөшөнә икенсе һулыш алыуға һәм тергеҙелеүгә мөмкинлек бирелде. Ҡарарға ярашлы, шулай уҡ тәбиғәт паркына инеү хаҡтары ла – 200 һумдан - билдәләнде. Балаларға һәм пенсионерҙарға инеү түләүһеҙ. Бары тик тейешле документтары һәм паспорттары (күсермәләре лә ярай) булырға те-
йеш. Аҡса түләү пункттары Имәндәш, Толпар ауылдарында, Ҡуйлытамаҡ турбазаһында, Белореттағы Туҡан, Баҡый, Һаралы ауылдарында урынлашҡан. Йәйгелеккә кассирҙар миҙгелле эшкә контракт буйынса ҡабул ителә. Йыйылған аҡса нигеҙҙә парктың инфраструктураһы үҫешенә, уңайлыҡтар булдырыуға һалына.
Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһендә экологик, мәҙәни һәм рекреацион әһәмиәттәге зоналар билдәләнде. Тәбиғәт паркы биләмәһендә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерерлек бөтә төр эшмәкәрлек тыйыла. Беҙҙең тәбиғәт паркында эшләүсе үҙемдән ҡала өс инспекторға эш еңелдән түгел. Беҙҙең бурыс – “Еҙем” тәбиғәт паркына ялға килеүселәргә уңайлы ял итеү шарттары булдырыу һәм контролгә алып, биләмәлә нимә эшләргә ярай, нимә ярамай икәнлеген аңлатыу. Пандемия сәбәпле, ситкә ял итергә йөрөүселәр йәйге ялдарын тәбиғәт ҡосағында үткәрергә теләп, тәбиғәт паркына ағылды. Быйылғы 10 көнлөк май байрамдарында турис-тар һаны 3 мең самаһына етте.
Былтыр Рәсәй Федерацияһының Һыу кодексына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индерелде. Һыу режимын боҙоусыларға ҡарата штрафтар ҙа ҡәтғиләнде. Бына, мәҫәлән, күп кенә кешеләр автомашиналарын йылғала йыуыуға ғәҙәтләнгән. Ә кодекста ҡаралғанса, йылғала техниканы йыуыу ҡәтғи тыйыла, бары тик 20 метр ситтә генә рөхсәт ителә. Был талаптарҙы һанға һуҡмаған физик шәхестәргә 5 мең һум аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағырға тура килә. Юридик шәхестәргә иһә 50 мең һум штраф янай. Ә ҡайтанан инспекторҙар ҡулына эләккәндә, автомашинаһынан ҡолаҡ ҡағыуы ла бар. Дәүләт хеҙмәткәренә иһә бындай вәхшиҙәрсә ҡылығы өсөн эшенән бушатылыу янай. Бындай уҫал ниәт менән тәбиғәткә зыян килтереүселәргә ҡарата иҫкәртмә яһала һәм протокол төҙөлә лә инде. Тап ошондай хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлап, биләмәлә тәртип урынлаштырырға тырышыла. Парк биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр уҙғарыла, “Парктар маршы” экологик акцияларына ҡушылып, биләмәне тәртиптә тотабыҙ.
Ҡайҙа таҙарталар, шунда таҙа түгел, ә ҡайҙа сүпләмәйҙәр – шунда таҙа, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Был тәңгәлдә беҙгә сит илдәрҙән өлгө алырға кәрәк тә бит, әммә беҙҙең халыҡта мәҙәнилек етешмәй, ашай-эсәме ул, тәмәке тартамы – сүп-сарын, төпсөгөн торған урынында ырғытып китә. Арттарынан уларҙың сүп-сарын йыйырға кемделер, хатта мәктәп уҡыусыларын йәлеп итәләр. Кеше һәр ғәмәлен уйлап эшләргә тейеш. Шуға ла өлкәндәрҙең насар ҡылығын балалар үҙҙәрендә һеңдерә, шулай ярай кеүек күрә. Бына шведтарҙы ғына миҫалға килтереп үтәйек. Унда бынан 300 йылдар элек экология режимын боҙоусыларға үлем язаһы ҡулланылған. Шуға ла тирә-яҡ мөхитте бысратыу, сүп-сар ташлау уларҙың уйына ла инеп сыҡмай, бындай мәҙәнилек уларҙың әсә ҡарынында уҡ ҡанына һеңәлер, бар ерҙә йәшеллек, таҙалыҡ, тәртип хөкөм һөрә.
Йылғаларҙың бысраныуына юл ҡуймау йәһәтенән Елекленән Толпарға техника менән Еҙем йылғаһынан йөрөүҙе сикләп, бында урман юлын булдырыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса эш алып барыла. Киндерле мәмерйәһенә килгәндә, әлеге мәлдә ябыҡ тора, унда белгес ҡуйылды, тирә-яғын, вайымһыҙ, намыҫһыҙ, “ҡырағай” туристар ярҙамында эштән сыҡҡан эске өлөшөн таҙартыу, тәртипкә килтереү эштәре бара, хәүефһеҙлек булдырып, экскурсиялар ойоштора башлау күҙаллана. Мәмерйә эсен таҙартыуҙа Рус география йәмғиәте ағзалары ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ Таш-Аҫтында муниципаль тәбиғәт паркы булдырыу өлгөрөп еткән мәсьәлә.
“Еҙем” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡ мөхит - хозур тәбиғәтебеҙ һәр ваҡыт күркәм булһын, урман-йылғаларыбыҙҙың фәхшиҙәрсә юҡҡа сығыуына юл ҡуйылмаһын, ял итеүселәр ҡәнәғәт ҡалһын өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.
Читайте нас: