Шәрәфетдиновтарҙың өйөн эҙләп табып, иркен урамлы, баҡсалы йортҡа инәбеҙ. Ауыл кешеһенең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшен туҡтатып, икенсенән, алдан хәбәр итмәгәс, уңайһыҙланып, ҡыймай ғына тупһа аша үтеүебеҙгә, ишек ябылып бөтөр-бөтмәҫтән хужабикәнең ейәненә: “Сәйеңде ҡуя һал, ҡунаҡтар инеп килә түгелме ни?” - тип әйткәнен ишеткәс, күңелгә рәхәт булып китте.
Өйҙөң ҙур яғына үтеүгә, яңы ғына өйләнешкән ҡыҙ менән егет кеүек матур кейенешеп, ҡупшы өйҙөң түрендә ултырған йорт хужаларын күргәс, һаулыҡ һорашҡандан һуң, иң тәүҙә: “Әллә беҙҙең килерҙе белеп, көтөп ултырғанһығыҙ инде”, - тигән һорау фотохәбәрсе Наил Латипов менән икебеҙҙең ауыҙҙан бергә осоп сыҡты.
- Бөгөн Красноусолға Ҡөрьән ашына барырға тейеш инек, шунда әҙерләнгәйнек. Былай донъя ташлап артыҡ сығып йөрөгәнебеҙ юҡ, - тип яуап-ланы Хәҙисә Мөхәмәтзариф ҡыҙы.
Йорт хужаһы Хәйҙәр Фәйзулла улы ошо ауылда 1935 йылда тыуып-үҫеп, колхозда хеҙмәт юлы башлай. Фермала малсы булып эшләгәнлектән, буш ваҡыты ла булмай. Ауылдашы Миңнулла Хөснөтдинов ағай тырыш, аҡыллы, йы-уаш егетте тиҙерәк өйләндереү маҡсаты менән үҙе күсерсе булып, бер көндө Юрмаш ауылына алып китә. Улар тимерҙе ҡыҙыуында һуға. Ҡармаҡ һалып тормай, быға тиклем бер тапҡыр ҙа күрмәгән ошо ауылдың Хәҙисә исемле ҡыҙын төнгө сәғәт 12-лә аулап, урлап алып ҡайталар. Был хәл 1955 йылдың йондоҙло август төнөндә була. “Нимә булһа ла булыр тип, уң аяғым менән баҫтым. Элек бит урланып, кире ҡайтһаң, ғәрлек һанала ине. Аллаға шөкөр, үҙемдән бер йәшкә генә оло булған тормош иптәшем һәйбәт кеше булып сыҡты. Аяҡ тибеп, күкрәк һуғып йәшәп ятабыҙ”, - тип йәшлектәрен иҫкә төшөрөп алды Хәҙисә апай. Ә Хәйҙәр ағай, бына мин ниндәй шәп егет, тигәндәй мут йылма-йып ҡарап ҡуйҙы.
Хәҙисә Мөхәмәтзариф ҡыҙы егәрле, етеҙ, сос ҡыҙ булып сыға. Үткерлеге, тырышлығы ла ят ауылда төпләнеп йәшәп китергә ярҙам итә. Бар көсөн һалып, сөгөлдөр үҫтереүҙә эшләй. Хәҙисә менән Хәйҙәр Шәрәфетдиновтар матур итеп йәшәп, өлгөлө ғаилә булып, һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Һуңынан Илдар, Ирек ейәндәрен дә үҙ тәрбиәһенә алғандар. Бер-бер артлы тигәндәй тыуған Зинфира, Әлфирә, Әлфиә, Хәләф, Зәбирә, Альмира, Заһира, Лариса ата-әсәһенә ярҙамлашып, хеҙмәт һөйөп буй еткергәндәр. Хәҙер инде һәр береһе үҙ донъяһында матур итеп йәшәй. Ейәндәре Илдар - десантсы, Ирек танкист булып хеҙмәт юлын үткән. Улар ҙа хәҙер үҙ ғаиләләрен булдырған. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хәлдәрен белеп, йыш ҡайтып торалар. Шәрәфетдиновтар быға тиклем күпләп мал тотҡандар, ҡош-ҡорт аҫрағандар. Былтыр-быйыллы ғына малдарын кәметкәндәр.
Үҙҙәренең бала сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тап килеп, ауыр михнәттәр күрергә тура килһә лә, һис зарланмай улар. Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп, сабырлыҡ менән ғүмер итә белә туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған хеҙмәт ветерандары. Ейәндәре Илдар: “Улар барыбер сәй эсермәйенсә сығармайҙар”, - тигәс, ул әҙерләгән өҫтәл табынында бергәләп көлөшөп, һөйләшеп сәй эсеп, ихласлыҡ, йомартлыҡ бөркөлөп торған йорттан ҡайтырға сыҡтыҡ. Йорт хужалары ла ҡапҡанан сығып оҙатып ҡалды. Бына ҡайҙа икән ул изгелек, яҡшылыҡ тәрбиәһенең шишмә башы…
Хәҙисә Мөхәмәтзариф ҡыҙы менән Хәйҙәр Фәйзулла улына алда ла тигеҙ, парлы ғүмер кисереп, ҡәҙер-хөрмәттә, шатлыҡ-һөйөнөстә йәшәргә насип булһын.