-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2021, 16:40

Үҙенә ылыҡтырыр ижад үҙәге

Халҡыбыҙҙың тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре – барыһы ла китапхана кәштәләрендә һаҡлана. Күренекле башҡорт ғалимы, аҡыл эйәһе, яҙыусы Ризаитдин Фәхретдин: “Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә... Китаптарҙан айырылмағыҙ”, - тип яҙған. Тимәк, балаларыбыҙҙың ғүмере йәмле, яҙмышы ғәмле булһын өсөн уларҙа китапҡа һөйөү, ынтылыш тәрбиәләргә кәрәк. Шуға ла китапханаларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

28 майҙа Ташлы ауылында тантаналы шарттарҙа ауыл китапханаһы үҙ ишектәрен асты. Былтыр китапхана бинаһында янғын сығып, бина яраҡһыҙға һәм бай китапхана фонды көл-күмергә әйләнә. Ошоғаса эшләмәй торғандан һуң, уға икенсе ғүмер - урындағы мәктәп бинаһынан урын бирелгән. 2020 йылда “Ташлинка” коммерция булмаған ойошмаһы (НКО) теркәлеү үтеп, уның нигеҙендә “Ауыл китапханаһы – ижад, үҙенә ылыҡтырыу үҙәге” проекты менән Президент гранттары Фонды конкурсында ҡатнашып, янғындан юҡҡа сыҡҡан китапхананы тергеҙеү өсөн 481 мең 426 һумлыҡ грант отоуға өлгәшелә. Был аҡсаға ремонт эшәре менән бер рәттән китапханаға кәштәләр (китаптар һәм күргәҙмәлек өсөн), компьютер техникаһы, проектор, экран, яңы мебель һәм кәштәләр, балаҫ, ҡурсаҡ театры өсөн ҡурсаҡтар һатып алынған, китапхана фонды өр-яңы китаптар менән тулыланған, бинаның тәҙрәләре алыштырылған, иҙәнгә линолеум йәйелгән. Китапханаға инеү урыны айырым, мәктәп бинаһының уң яҡ өлөшөнән инмәле итеп ишек асылған.
Ташлыларҙың китапхана асылыу шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин, Красноусолдағы 1-се урта мәктәп директоры Галина Петрова, Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Хәсәнов килде. Район хакимиәте исеменән ташлыларҙы китапхана асылыуы менән И. Небогатова ҡотлап, районда коммерция булмаған ойошмалар уның ҡулы аҫтында булараҡ, проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлектәре өсөн барыһына ла: ауыл кешеләренә, ауыл биләмәһе хакимиәтенә, уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Евгений Флячинский (китапханасы, шул уҡ ваҡытта “Ташлинка” НКО-һы директоры Евгения Флячинскаяның тормош иптәше, ҡатынына китапханала ремонт эштәрендә ярҙам итеп кенә ҡалмай, проектты тормошҡа ашырыуҙа оло таянысына әүерелгән, һәр яҡлап ҡулынан килгәнсә тыуған ауылына ярҙам ҡулы һуҙыусы ла ул) Ирина Анатольевна ҡулынан Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле сувенир алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Р. Аҡҡужин да үҙ сиратында китапханасы Евгения Флячинская менән ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ксения Кудринаны мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттары, ә ауыл биләмәһе башлығы И.Хәсәнов “Ташлинка” Фонды исеменән И.А.Небогатова, А.М.Ғәзизова, А.Ф.Мөхәмәтйәнова, Ф.С.Фәйзуллина, Е.В.Флячинскийҙы, һәм уның командаһын, шулай уҡ ауыл старостаһы В.Н.Узелковты проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ҙур ярҙамдары өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Барлыҡ ҡотлауҙарға ҡушылған 1-се мәктәп директоры Г.В.Петрова ла буш ҡул менән килмәгән, китапханаға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Бар сығыштарҙа ла китапханаға яңынан-яңы уҡыусылар килеүе, яңы идеялар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булыу теләге ҡыҙыл еп булып үтте. Байрам ҡунаҡтарын Красноусолдан И.Васильева һәм Ташлы мәктәбе уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһап ҡотланылар.
Китапхана белем һәм мәғрифәт үҙәге генә түгел, ә ауылдың күҙ төбәр, йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошон үҙенә йәлеп итеү урыны ла булып тора. Бына көслө алҡыштар аҫтында тантаналы шарттарҙа ҡыҙыл таҫма киҫелә һәм өлкәндәр менән бер рәттән балалар китапхана эсенә үтә. Китапханасы Евгения Сергеевна сарала ҡатнашыусыларҙы китапхана менән таныштырып үтте. Ул өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым бүлмәләрҙән тора, улар Флячинскийҙарҙың оҫта ҡулдары менән зауыҡлы итеп, стеналары һүрәттәр менән биҙәлгән, кәштәләрҙә төрлө бүлектәр буйынса китаптар, тәҙрә төптәрендә матур-матур гөлдәр урын алған. Бында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, әүәлгесә, күңелдәренә ятҡан китапты табып ҡына ҡалмай, ә төрлө түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ: улар өсөн китапханасы ҡурсаҡ театры, ижади оҫтахана һәм йога күнекмәләре ойоштормаҡсы.
Бина менән танышып сыҡҡан балалар өр-яңы китаптар алырға, өҫтәл уйындары уйнарға, һүрәт төшөрөргә ашыҡты.
Дәүләт, район һәм китап фондын тулыландырыуҙа район кешеләре, ауылдың китап уҡыусылары ярҙамы менән ҡабаттан аяҡҡа баҫҡан китапхананың эшмәкәрлегендә уңыштар теләп таралышты сарала ҡатнашыусылар.
Читайте нас: