+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 13:25

Һабантуйға саҡырыу

Хөрмәтле райондаштар һәм ҡунаҡтар!

12 июндә “Лукойл” автозаправка станцияһы янындағы яланда халыҡ байрамы Һабантуй була. 11.00 сәғәттә башлана.
Программа
10.00 – 11.00 – ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу: “Арбат”, арт-объекттар, оҫталыҡ дәрестәре: “Баллы ихата”, халыҡ ижады буйынса студия, "Ҡара ҡаплан" башҡорт халыҡ алыш төрө, ҡымыҙ яһау, усаҡта ҡоймаҡ ҡойоу;
11.00 – 11.30 – Һабантуйҙы тантаналы асыу;
11.00 – 15.00 – байрам концерты;
11.40 – 11.50 – кырандастар парады;
12.00 – 14.00 – спорт ярыштары (милли көрәш, еңел атлетика, гер күтәреү, волейбол, шахмат турниры, арҡан тартыу, мини-футбол, ҡул көрәштереү, грэпплинг), халыҡ уйындары (“мәргән уҡсы”, таш ырғытыу, суҡмар бәреү, ҡолғаға үрмәләү, ауыш ҡолғала йөрөү, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, тоҡ менән һуғышыу, ҡалаҡта йомортҡа ташыу, көйәнтәләп һыу ташыу, бүләктәр ҡырҡып алыу, көршәк ватыу һ.б.);
12.30 – 13.00 – “Ылаҡ”, "Ҡыҙ урлау" уйындары;
14.00 – 15.00 – ярыштар, уйындар һәм бәйгеләргә йомғаҡ яһау. Бүләкләүҙәр.
Һабантуйҙы ябыу.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: