+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 12:08

Еңеүгә бер аҙым

21 – 23 майҙа Туймазы ҡалаһында 2009-2010 йылғы ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Республикаһы кубогына волейбол ярышы үтте. Турнир “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә һәм Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды.

Өфө, Күмертау, Нефтекама, Туймазы (2 команда) ҡалаларынан һәм Ғафури, Мәләүез, Дыуан, Ҡариҙел райондарынан 10 команда ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы (тренер – Вил Үтәғолов) өсөнсө спорт разрядын үтәп һәм өфөләрҙән генә ҡалышып, 2-се урынға лайыҡ булды.
Читайте нас: