+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 15:20

Һөнәри байрамды – тәбиғәт ҡосағында

4 июндең салт аяҙ көнөндә социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең һөнәри байрамдарын һабантуй яланына сығып, тәбиғәт ҡосағында билдәләнеләр.

Социальфест рәүешендә үткән байрамға районыбыҙҙың милли кейемдәге социаль хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтар - Стәрлебаш районы социаль хеҙмәткәрҙәрен икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар. “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Розалия Рахманғолова барыһын да һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, ике райондың социаль хеҙмәткәрҙәрен бер-береһе менән таныштырып сыҡҡандан һуң, сарала ҡатнашыусыларҙан 4 команда төҙөлдө. Сараны алып барыусылар һәм жюри, спорт бәйгеләрендә ҡатнашыусылар, көйәрмәндәр һәм ашнаҡсылар. Йәшел, ҡыҙыл, зәңгәр, һарылар командаларына бүленеп, һәр ҡайһыһына эмблемалар таратып бирелгәс, бәйгеләр башланды. Ысынлап та, командалар үҙҙәрен күңелле һабантуйҙа кеүек хис итеп, сәмләнеп ярышты. Дуҫтарса бәйге ҡыҙылдарҙың еңеүе менән тамамланды. Йәшелдәр – 2-се, һарылар – 3-сө, зәңгәрҙәр – 4-се урында. Барыһы ла Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде. Командалар үҙ-ара ярышҡансы ашнаҡсылар командаһы байрам табыны ҡорҙо.
Сарала ҡатнашҡан район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Розалия Рахманғоловаға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Розалия Фәрит ҡыҙы үҙ сиратында бер төркөм алдынғыларҙы Ғафури һәм Стәрлебаш район хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Улар араһында районыбыҙҙан Ташбүкән ауылының социаль хеҙмәткәре Эльвира Абдрахманова ла бар. Байрам аҙағына яҡынлашты. Барыһы ла еңел булмаған эштәренән бер аҙға арындырып, үҙҙәренә байрам кәйефе һәм күңелле ял бүләк иткән етәкселеккә рәхмәтле булды, ҡәнәғәт ҡалды. Мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ һөнәри байрам тәбиғәт ҡосағында фотоға төшөп, ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле аштан ауыҙ итеп, сәй эсеү менән тамамланды.
Читайте нас: