+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 16:15

Шәфҡәтлелек һөнәрмәндәре

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү – дәүләттең төп функцияларының береһе. Районыбыҙҙа “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге үҙ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара. Һөнәри байрамдары уңайынан социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе был ойошма директоры Розалия Фәрит ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

- Кемдәр ул социаль хеҙмәткәрҙәр? Улар – йыл әйләнәһенә өлкәндәр мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүсе кешеләр. Улар өсөн байрамдар ҙа, ял көндәре лә ғәҙәти эш көнөнә әйләнә. Сөнки социаль хеҙмәткәрҙәрҙе ҡарауһыҙ ҡалған, ауыр тормош хәленә дусар булған әбей-бабайҙар ғына көтмәй. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшенең күп яҡлы булыуын үткән 2020 йыл асыҡ күрһәтте. Илебеҙгә килгән ауыр коронавирус пандемияһы башланыу менән улар медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән алғы һыҙатта халыҡҡа ярҙамға ашыҡты. Тәү сиратта сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең үҙ изоляция-ла булыуын контролдә тоторға, уларға ярҙам күрһәтергә кәрәк булһа, һуңғараҡ был исемлеккә хроник сирле кешеләр ҙә ҡушылды. Уларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереп биреү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе башҡарыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бер рәттән психологик ярҙам да күрһәтергә тура килде. Бындай хеҙмәттәрҙе бер йыл эсендә районыбыҙҙа 4000-дән ашыу кеше алды. Бынан тыш социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең көндәлек эшен дә онотмай.
2020 йылда 700-гә яҡын кешегә барлығы 170 меңдән ашыу социаль хеҙмәт күрһәтелгән. Хеҙмәткәрҙәребеҙ Ҡотлоғужа ауылынан Айгөл Әхмәтшина, Дмитриевка ауылынан Зоя Авдеева, Антоновка ауылынан Алёна Трифонова Стәрлетамаҡ психоневрология диспансерында коронавирус көсәйеп, ундағы хеҙмәткәрҙәр күпләп сирләй башлағас, тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыҡты. Айгөл Винер ҡыҙы менән Алёна Викторовна ҡыҙыл зонала 14-шәр көн эшләп ҡайтһалар, Зоя Анатольевнаға иһә бер ай буйына ауыр шарттарҙа эшләргә тура килде. Коллегаларыбыҙҙың пандемия шарттарында һаҡланыу сараларын теүәл үтәүе беҙҙең хеҙмәттәрҙе алыусы кешеләрҙең был мәкерле сирҙе йоҡтороу осраҡтарына юл ҡуйманы. Ауыр осорҙа изоляцияла булған кешеләр өсөн генә түгел, социаль хеҙмәткәрҙәргә лә психологик ярҙам кәрәклеге иҫбатланды. Хеҙмәткәрҙәребеҙ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙамға ашығып, үҙҙәре тураһында онота ла башлағайны. Улар өсөн ойошторолған психологик тренингтар башлаған эштәребеҙҙе дөрөҫ һәм файҙалы дауам итергә мөмкинлек бирҙе.
Беҙҙең башланған эштәребеҙ ҙә бик күп ине, пандемия туҡтатты. Уларҙы дауам итергә кәрәк. Оло йәштәгеләр өсөн районыбыҙ буйлап ойошторола башлаған экскурсияларҙы атҡарып сыға алдыҡ. Был турис-тик походтарҙа пенсия йәшендә, йә булмаһа хәрәкәттәре сикләнгән 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар районыбыҙҙың бығаса күрмәгән хозур тәбиғәте, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең йорт-музейҙары, шулай уҡ төрлө ойошмаларҙың музейҙары буйлап йөрөп, ялдарын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрә алды. Был сәйәхәттәр Президент Фонды гранттары ярҙамында башҡарылды.
Уҙған йылдың айырыу-са иҫтәлекле ваҡиғаларының береһе булып БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән төҙөлгән килешеү тора. Был килешеү нигеҙендә районыбыҙҙа Табын ауылында аҙ хәрәкәтле кешеләр өсөн 13 урынлыҡ бүлексә, ә Татар Саскүле ауылында 32 кешегә иҫәпләнгән ҡарауһыҙ ҡалған, ауыр тормош хәленә дусар булғандар өсөн пансионат асыласаҡ. Бында ла беҙгә Президент Фонды ярҙамға килде. Табын ауылындағы бүлексәне асыу июнь айына планлаштырылһа, ә пансионат 2022 йылдың ғинуарында үҙ ишектәрен асасаҡ.
Районыбыҙҙың “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләүсе ҡыҙҙар ирекмәнлек эшендә лә башлап йөрөүселәр, төрлө акцияларҙы үткәреүҙә лә төп ойоштороусылар ҙа тап улар.
Былтыр “Изгелек” Хәйриә фонды һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы етәксеһе Р.Р.Ишмөхәмәтов менән берлектә яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалған 131 кешегә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иттек. Социаль хеҙмәткәрҙәр район күләмендә уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай, тиһәм дә яңылышмам. Өмәләр булһынмы, байрамдарҙа, сәхнәлә, һайлауҙарҙа улар үҙидара хеҙмәткәрҙәренең уң ҡулы. Район буйынса был эште 30 хеҙмәткәр башҡара.
Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр, ойошма ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙҙең изге хеҙмәтегеҙ көн һайын арымай-талмай хәстәрлек күрһәткәндәргә бик кәрәк. Ул йәмғиәтебеҙ тарафынан талап ителә. Еңел булмаған яуаплы эшегеҙҙә һәм кешелек бурысына тоғролоғоғоҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙ һәр көн ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға – ветерандарға, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ, хәстәрлек күрһәтеп, уларҙың тормош-көнкүрешен, хәлен еңеләйтергә тырышаһығыҙ. Социаль хеҙмәтте башҡарыу шәфҡәтлелек, эскерһеҙлекте талап итә, ул – һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше, күңел торошо ла. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, тормошоғоҙға бәрәкәт, ғаиләләрегеҙгә именлек, яңы үрҙәргә ирешеүегеҙҙе, күтәренке кәйеф теләйем. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Һеҙҙең дә ярҙамға мохтаждарға күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып әйләнеп ҡайтһын!
Читайте нас: