+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 16:40

Яҙыл һәм бүләк от!

17 июнгә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ташламалы осоро бара

Хөрмәтле райондаштар! Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ташламалы осорҙо файҙаланып, гәзиткә яҙылып ҡалырға ашығығыҙ.
9 июнь, шаршамбы, Красноусол үҙәк почта бүлексәһендә Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтә. Ошо көндә ташламалы хаҡҡа “Табын”ға яҙылып, татлы приздар ҙа алырға мөмкин буласаҡ.
40 йылға яҡын балаларға инглиз теленән белем биреп, хәҙер хаҡлы ялдағы Гөлсөм апай Түзбәкова (һүрәттә): “Бәләкәйҙән район гәзитен алдырҙыҡ, әсәйем иң тәүгеләрҙән булып яҙыла ине. Үҙем 1975 йылдан бирле алдырам. Нисек инде “Табын”һыҙ йәшәргә мөмкин, бөтә яңылыҡты шунан уҡып беләм,” - тине ул редакциянан бүләген килеп алғанда.
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу 827 һум 88 тин (индексы ПО 706), һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 758 һум 46 тин (индексы ПО 707) тора. Красно-усолда йәшәүселәр редакция аша 720 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон вариантына 588 һумға яҙылырға мөмкин.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: