Ҡорға йыйылыусылар иң тәүҙә ағинәйҙәрҙең ҡул эштәренән ойошторолған һоҡланғыс күргәҙмә ҡараны. Һуңынан сара тамаша залында дауам итте.
Һәр ваҡыттағыса йыйын Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған “Ағинәйҙәр йыры” менән башланды. Артабан Красноусол ауылы мәсете мөхтәсибе Рәмил Сәйфуллин йыйынға фатиха бирҙе.
Башта Красноусол ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова үҙ эштәренә байҡау яһаны.
- 13 ағинәйҙе берләштергән Красноусол ойошмаһы ла беренсе сиратта 12 мең самаһы төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән ҙур ауылда милли үҙаңды уятыу, онотолоп барған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, балаларыбыҙҙа милли кейемдәребеҙгә, биҙәүестәргә, хатта уйындарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алды һәм был йүнәлештә байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды. Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡыусылары менән төрлө саралар уҙғарабыҙ, класс сәғәттәрендә, районда, Красноусолда үткән сараларҙа, төрлө хәйриә акцияларында ҡатнашабыҙ. Тап беҙҙең ағинәйҙәр районда оҫта буҙасылар булып танылды. Хәҙер оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, башҡаларҙы ла буҙа ҡойорға өйрәтәләр. “Айыҡ ауыл – 2020” республика конкурсы сиктәрендә Красноусолдағы сараларҙа әүҙем ҡатнашып, быйыл Өфөлә үткән йомғаҡлау сараһында беҙҙең ойошма Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Дипломы менән бүләкләнде. Уҡлыҡая итәгендә урынлашҡан “Башҡортостан йөрәге” тирмәләр ҡаласығында үткән сараларҙа ла ағинәйҙәр теләп ҡатнаша. Артабан тағы ла әүҙемерәк булып, матур-матур файҙалы эштәр атҡарырға яҙһын, - тип тамамланы үҙ сығышын Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы.
Һуңынан Красноусол ағинәйҙәре беҙҙең яҡта әүәлдән бигүк таралмаған һәм күптән онотолған “Биртек йыйыу” йолаһын күрһәтте. Тамашасылар йоланы ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Имәндәш ауылы ағинәйҙәре “Сигеүҙәрҙә – күҙ нурым” тигән тема буйынса штандарт булдырған. Ул ошондай йыйын ваҡытында алдағы сараны ойош-
тороусы ауылға тапшырыла килә. Күп ауылдар үҙ биҙәктәрен махсус штандартҡа төшөргәндәр ҙә инде. Йыйын барышында Красноусол ағинәйҙәре штандартты Сәйетбабаларға тапшырҙы.
Мәртәбәле йыйында Гүзәл Байдәүләтова сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм шәхсән үҙе исеменән район ағинәйҙәренә рәхмәт белдерҙе.
- Ауылдар тормошон ағинәйҙәр эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Улар күҙҙең яуын алып торған кейемдәре, биҙәүестәре менән байрам сараларын биҙәйҙәр. Һүнеп барған күңелдәргә йәшәү дәрте өҫтәп, йола байрамдары үткәрәләр, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тергеҙәләр. Үҫеп килеүсе быуынға әҙәп, әхлаҡ нигеҙҙәрен төшөндөрәләр. Балалар өсөн һабантуй, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Нардуған” кеүек байрамдар ойошторалар. Ауыл урамдарын, зыяраттарҙы таҙартыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Район ағинәйҙәренең бер төптән булып әүҙем эшләүҙәренә шатланабыҙ, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. Һуңынан ул әүҙем эшләгән ағинәйҙәргә муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Йыйынды дауам итеп, Имәндәш ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Рәмилә Мәхмүтова, Ерек ауылынан Клара Сәлихова, Мәндемдән Фәниә Йәнмырҙина үҙ эштәре тураһында һөйләне. Һәр ауыл ағинәйҙәре музыкаль күстәнәс тә әҙерләп килгән.
Сара һуңында мәртәбәле ҡунаҡ - Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева сығыш яһап, барыһына изге теләктәрен еткерҙе. Йыйылыусыларға: “Бына, ниһайәт, осраштыҡ. Беҙҙең
ойошмала әүҙем, талантлы һәм абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар тупланған. Бөтәбеҙҙе лә уртаҡ маҡсат – милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәтте тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә һәм әхлаҡ ҡиммәттәрен нығытыу теләге берләштерә. Киләсәктә лә берҙәм булып эшләргә яҙһын”, - тине ул һәм кәңәштәрен дә бирҙе. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы уңышлы эшләгән Ағинәйҙәр ойошмаларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Нуриман районы ағинәйҙәре тамбурлы сигеү менән биҙәлгән алъяпҡыстарындағы һәр биҙәктең асылын, мәғәнәһен аңлатты, эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләне.
Был сара эшлекле шарттарҙа үтеп, файҙалы ла, фәһемле лә булды. Ағинәйҙәр алдында яңы пландар, ниәттәр ҙә тыуғандыр. Киләсәктә лә район ағинәйҙәренә район тормошонда әүҙем ҡатнашып, һаулыҡ-сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын.