Был осраҡта комплекс-лы ярҙам алыу өсөн Көньяҡ-көнбайыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең (ғаилә хеҙмәте) район бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтәсәк. Үҙәк Красноусол ауылы, Калмыков урамы,16/1 адресы буйынса урынлашҡан. Үҙәктә ғаилә һәм шәхси һорауҙар буйынса психолог-медиатор ярҙамы алырға була. Бының өсөн 8(34740)2-73-77 телефонына шылтыратып алдан яҙылырға кәрәк.
Һәр айҙың беренсе шаршамбыһында берҙәм ғаилә консультациялары көнө үтә. Унда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төрлө учреждение һәм ведомстволар (Күп функциялы үҙәк, Пенсия фонды, Мәшғүллек үҙәге, үҙәк район дауаханаһы һ.б.) белгестәренән яуап ала ала. Беҙҙең ойошмала реабилитация өсөн техник ҡулайламаларҙы (ҡултыҡ таяҡтары, коляскалар һ.б.) прокатҡа алырға була. Һәр айҙың һуңғы шәмбеһендә белгестәр тематик Ғаилә ялдары уҙғара. Уларҙа оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары, консультация майҙансыҡтары үтә. Сара уҙасаҡ урын тураһында Бәйләнештә төркөмөндә https://vk.com/gafuri.otdel һылтанмаһы бу-йынса кереп белергә мөмкин.
Ғафури районындағы Ғаилә хеҙмәте районда һәм республикала уҙған “Дармарка”, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” һәм башҡа акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙ шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡ боҙоуҙары һәм ҡараусыһыҙ ҡалыуҙы профилактикалау органдары системаһына керәбеҙ һәм Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия, ғаилә сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса координацион совет эшендә ҡатнашабыҙ, ауыр тормош хәлендәге ғаиләләр менән эшләйбеҙ. Социаль контракт нигеҙендә Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү бу-йынса ҙур эш алып барабыҙ. Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын алыу өсөн, социаль хеҙмәт күрһәтеүгә мохтаж инвалидтарға һәм өлкән йәштәге граждандарға документтар әҙерләүҙә ярҙам итәбеҙ.
Раушания ҒИМАЛЕТДИНОВА,
Ғафури районында ғаилә хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.