+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 15:00

Елдән дә етеҙ елә

Ленин исемендәге – “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һында сәсеүлектәрҙе тәрбиәләп, ашлама индереүҙең ҡыҙған мәле. хужалыҡтың был эштә тир түккән иң яҡшы һәм тәжрибәле водителдәренең береһе Зиннур Әсҡәт улы Хәсәнов быйыл ғына ҡайтарылып, үҙенә ышанып тапшырылған өр-яңы “КамАЗ” автомашинаһында ашлама ташыу менән мәшғүл.

Уның дөйөм 42 йыллыҡ водитель стажының 28-е был хужалыҡҡа бағышланған. Беҙ хужалыҡта булғанда водителде Туғай ауылындағы сөгөлдөр (дөйөм 550 гектарҙы биләй) баҫыуы янында тап иттек. Сәсеүлектәрҙе механизатор Рушат Вахитов ашлай, ә Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжда уҡып, хужалыҡҡа практикаға килгән Мораҡ ауылы егете Денис Килдебаев уға ярҙамлаша.
- Баҫыуҙа өсөнсө көн алһыҙ-ялһыҙ эшләйбеҙ, сөнки эште тиҙерәк теүәлләргә кәрәк, ямғырҙан һуң сүп үләндәре дәррәү баш ҡалҡыта башланы. Урыны-урыны менән “татлы тамыр” үҫентеләре саҡ сығып килә, сүп үләндәре уларҙы баҫып, үҫергә ирек бирмәҫкә мөмкин, - ти Зиннур.
Эшләү дәүерендә Зиннур Әсҡәт улы күпме саҡрым юлдар үткәнен үҙе генә белә. Ниндәй генә маркалы автомобиль руленә идара итмәгән дә, ниндәй генә йөктәр ташырға тура килмәгән уға. Ата-әсәһенең тыуған төйәге – Яңғыҙҡайынға күсеп килеп төпләнгәнгә тиклем Үзбәкстанда тәүге хеҙмәт юлын “ЗИЛ” автомашинаһында башлаған водитель 1993 йылда яңы асылған “ШЭ Р.В.Мөьминов” хужалығына эшкә килеп, әлеге көнгәсә бында намыҫ менән лайыҡлы хеҙмәт итә.
-Зиннур Хәсәнов – үтә лә яуаплы, намыҫлы башҡарыусан һәм эшсән кеше, ҙур тәжрибәгә эйә. Уны водитель-универсал тиергә мөмкин, автомобилдәрҙең һәр төрлө маркалыһын “ауыҙлыҡларға” һәләтле. Иң мөһиме – уға ышанып тапшырылған техника һәр ваҡыт төҙөк хәлдә була, ялтлап тора һәм буш ваҡыттарын ремонтҡа бағышлай. Шуға ла һатып алынған өр-яңы “КамАЗ”-ды уға ҙур ышаныс менән тапшырҙыҡ, - тине хужалыҡ етәксеһе Риф Мөьминов. – Тағы ла шуныһы: эшләү дәүерендә бер ваҡытта ла уның эштән баш тартҡанын хәтерләмәйем. Ҡайҙа ҡушһаң, шунда эшләргә һәр ваҡыт әҙер. Ҡыш көнө ул ҡар таҙарта, яҙын - орлоҡ, әлеге мәлдә – ашлама, уңыш йыйыу мәлендә ашлыҡ ташыуҙа мәшғүл була, - ти Риф Вәкил улы.
Эштәрегеҙ уң булһын, хужалыҡ эшсәндәре!

Читайте нас: